Үрге Ҡыйғы ауылы “Башаҡ” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәр көн иртән кескәйҙәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Ошо минуттан алып улар өҫтөнә һәр бала өсөн оло яуаплылыҡ ята. Тәрбиәсе Вилә Әхмәҙуллинаның төркөмөндә бөтәһе 26 бала.
Вилә Рәмзи ҡыҙы хеҙмәт эшмәкәрлеген был учреждениела 1984 йылда башлаған.
“Миңә – Мәсәғүт педагогия училищеһын кисә генә тамамлаған ҡыҙға кесе төркөмдәге 36 баланы ышанып тапшырҙылар, уларға ни бары өсәр-дүртәр генә йәш ине. Ошо ваҡыттан алып 36 йыл үтте, мин һаманғаса бында эшләйем,” – тип һөйләй ул.
Бөгөн Вилә Рәмзи ҡыҙы өлкән төркөмдәге балалар менән шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәре татыуҙар һәм зирәктәр, ихлас әңгәмәләшә беләләр, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнайҙар.
“Балаларҙың физик сәләмәтлеген нығытыу беҙҙең эштең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Көн һайын физкультура етәксеһе Светлана Роберт ҡыҙы һәм музыка белгесе Линиза Рәис ҡыҙы менән физик күнекмәләр үткәрәбеҙ. Балалар менән даими рәүештә саф һауала ял итергә, экскурсияларға сығабыҙ,” – тип үҙ эше тураһында бәйән итә тәрбиәсе.
Ул төрлө ҡыҙыҡлы театрлаштырылған тамашалар ойоштора. Барлыҡ башланғыстарында ата-әсәләр ихлас ярҙамға килә. “Беҙҙең тәрбиәсебеҙ оло йөрәкле, балаларҙы бик ярата, һәр ҡайһыһына күңел йылыһын бүлергә тырыша,” – ти рәхмәтле ата-әсәләр.
Вилә Рәмзи ҡыҙы – өс бала әсәһе. Буш ваҡытын өйөндә һәм эш урынында гөлдәр үҫтереүгә арнай.