Балалыҡ – һәр кешенең тормошонда мөһим осор. Был ваҡытта шәхес формалаша, уның сәләмәтлегенә нигеҙ һалына. Һәр баланың имен тормошо һәм артабанғы яҙмышы өлкәндәрҙең аҡылына, сабырлығына, иғтибарына бәйле. Мәктәпкәсә белем биреү системаһы балаларҙың тулы ҡиммәтле балалылығын, социаль яраҡлашыуын, мәктәпкә яҡшы әҙерлеген тәьмин итә, ә ата-әсәләргә хеҙмәткә хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырға, йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға мөмкинлек бирә.
Бөгөн райондың мәктәпкәсә белем биреү системаһында 217 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 87-һе – педагогтар. Улар 912 баланы тәрбиәләй. Балалар өсөн имен шарттар, учреждениеларҙа яҡшы микроклимат булдырыу – мөһим бурыс. Был йәһәттән беҙҙең районда мәктәпкәсә учреждениеларға тейешле иғтибар бүленә. Мәҫәлән, быйыл Туғыҙлы ауылы мәктәбендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн бүлмәләр реконструкцияланды. Тыуҙырылған шарттар 1,5–7 йәштәрҙәге балаларға үҙҙәрен өйҙәге һымаҡ тойорға мөмкинлек бирә. Үрге Ҡыйғы ауылы “Башаҡ” балалар баҡсаһындағы бүлмәне 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн үҙгәртеп ҡороу тамамланды (15 урынлыҡ), әле мебель һәм ҡорамалдар һатып алына. Ләүзә ауылында 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән яңы мәктәп һалына.
Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәренең һәләттәрен үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә. Райондың кескәй таланттары төрлө конкурстарҙа, төбәк һәм зона фестивалдәрендә лауреаттар була, еңеү яулай. Шуныһы һөйөнөслө: ата-әсәләр ҙә педагогтарҙың бар башланғыстарын, яңы алымдарын хуплап ҡаршы ала. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ балаһының сәләмәт, зирәк һәм һәләтле булып үҫеүен теләй.
Мәктәпкәсә учреждениелар һәм төркөмдәр хеҙмәткәрҙәре һәр иртә ҡыҙҙар һәм малайҙар балалар баҡсаһына ҙур теләк менән килһен, ә ата-әсәләр уларҙың сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге өсөн тыныс булһын өсөн, бар тырышлыҡтарын һала.