Районда сираттағы тапҡыр Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса проекттар конкурсы башланғас, Үрге Ҡыйғы ауылы “Башаҡ” балалар баҡсаһы тәҙрәләрҙе алмаштырыу проекты менән уға әүҙем ҡушылды.
Дөйөм йыйылышта ауыл халҡы проектты бер тауыштан хупланы. Инициатива төркөмө кисекмәҫтән аңлатыу эштәрен уҙғара башланы, кәрәкле документтарҙы әҙерләне һәм аҡса йыйыуға тотондо. Был еңел булмаған эштә балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә, ата-әсәләр ҙә, ауыл халҡы һәм спонсорҙар ҙа ярҙам күрһәтте. Проекттың дөйөм хаҡы 1610500 һум тәшкил итте. Ошоноң 150 мең һумын халыҡ йыйҙы; 1 миллион һумын – республика бюджеты, 330,5 мең һумын урындағы бюджет бүлде; спонсорлыҡ ярҙамы 130 мең һум тәшкил итте.
Балалар баҡсаһы коллективы ауыл халҡына, мәғариф учреждениелары колллективтарына, һиҙелерлек финанс ярҙам күрһәткән спонсорҙарға: “ГУСЬ-БИО”, “Коммунальщик”, “Слава”, “Ҡыйғы һыу каналы” ЯСЙ-ларына, “Калибатова Л.С.”, “Хәлиуллин И.Р.” шәхси предприятиеларына һәм башҡаларға сикһеҙ рәхмәтле. “МЕГА-СТРОЙ” ЯСЙ-һы белгестәре эштәрҙе сифатлы һәм тиҙ башҡарҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 63 тәҙрә алмаштырылды. Хәҙер учреждениела йылы, матур һәм уңайлы.