Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2019, 13:39

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ИЖАДҠА ҺӨЙӨҮ ТӘРБИӘЛӘЙ

Юғары технологиялар дәүерендә балаға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, уны үҙ ҡулдары менән нимәлер ижад итергә, яһарға өйрәтеү – еңел бурыс түгел.

Юғары технологиялар дәүерендә балаға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, уны үҙ ҡулдары менән нимәлер ижад итергә, яһарға өйрәтеү – еңел бурыс түгел.
Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе уҡыусылары техник хеҙмәт һәм черчение уҡытыусыһы Хәкимйәнов Рифат Рәфҡәт улы етәкселегендә мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы Ильмир Ғайнановтың проекты буйынса үҙенсәлекле фонтан яһаған, ул мәктәп ихатаһын биҙәп тора. Ильмир – Р. Хәкимйәновтың моделдәр яһау һәм технология менән мауыҡҡан уҡыусыларының береһе.
Беҙ Рифат Рәфҡәт улы менән коллегалар, ул 1981 йылдан башлап мәктәптә уҡыта. Үҙ һөнәрен яратҡанға, изге күңелле, тырыш булғанға мәктәптә уны хөрмәт итәләр. Тәжрибәле, талапсан, бар мәғәнәһендә алтын ҡуллы уҡытыусы үҙ дәрестәрендә практик йүнәлешле ысулдар һәм алымдар ҡуллана, шуның өсөн уҡыусылар ҡулы менән тыуҙырылған күп нәмә көнкүрештә үҙ урынын таба. Бынан тыш, ул мәктәптә байтаҡ йылдар “Оҫта ҡулдар”, “Ҡулланма сәнғәт” түңәрәктәрен етәкләй. Ошо йылдар эсендә күпме бала уның тырышлығы менән ағас менән эш итергә, бысырға, йышырға нимәлер яһарға, матурлыҡты аңларға, уны һаҡларға өйрәнде. Балаларҙың эштәре район техника, сәнәғәт күргәҙмәләренә йыш ҡуйыла һәм призлы урындар яулай.
Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Р. Хәкийәнов БР Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең һәм мәғариф бүлегенең почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Беҙҙең коллегабыҙ – яҡшы ғаилә башлығы ла, тормош иптәше, башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөлфирә Ансар ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, ҡыҙҙары Гүзәл менән улдары Радик Б. Ельцин исемендәге Урал федераль университетын тамамлаған, кескәй улдары Азат ошо уҡ уҡыу йортоноң 4-се курсында уҡып йөрөй.
Р. Хәкимйәнов ғаиләһендә лә, мәктәптә лә хеҙмәткә ҡарата һөйөүҙе буш, ҡоро һәм матур һүҙҙәр аша түгел, ә үҙенең көндәлек тырышлығы миҫалында тәрбиәләй. “Мәғариф” федераль проекты сиктәрендәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен барлыҡҡа килтереү – балаларҙа хеҙмәткә һәм технологияларға ҡарата яңы ижади ҡараш, уларҙа яңы эш итеү алымдары барлыҡҡа килтереүҙе күҙаллай. Әммә был улар ғәҙәти инструменттар менән эш итергә өйрәнмәйәсәк, тигәнде аңлатмай, уҡытыусы әйтеүенсә, тәүҙә үҙ проектыңдың моделен әшләргә, һуңынан уны тормошҡа ашырырға өйрәнергә кәрәк.


Л. Сәйфуллина,

Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: