Ошо көндәрҙә беҙ Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 7 “В” класында тарих дәресендә булдыҡ. Ҡыңғырау шылтырау менән уҡыусылар парталар артына ултырып, китап-дәфтәрҙәрен асты һәм яңы белем үҙләштерергә әҙерләнде. Улар Гөлфиә Дамир ҡыҙы Шәрәфетдинованы тын да алмайынса тыңлай, уҡытыусы һөйләгән боронғо ваҡиғалар уртаһында ҡала. Педагог үткәндәр һәм бөгөнгө, шулай уҡ киләсәк араһында күпер һала.
Гөлфиә Дамир ҡыҙы мәктәптә 21 йыл эшләй. Элегерәк Дүшәмбикә ауылы мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне дәрестәрен алып барған. Атаһы Дамир Шәйех улы һәм әсәһе Йәнбикә Хәләф ҡыҙы Тимирязев исемендәге колхозда умартасылар булып эшләгән.
“Дүшәмбикә ауылы мәктәбендә педагог Ибраһим Шәрәфиевтең инициативаһы менән булдырылған бик яҡшы тарих музейы бар ине. Тарих уҡытыусыһы Радис Сафин беҙҙе музейҙың экспонаттары менән таныштыра, һәр ҡайһыһы тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләй торғайны. Мин боронғо әйберҙәрҙе ҡарарға яраттым, уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым. Шул ваҡытта тарих уҡытыусыһы булыу теләге уянды ла инде,” – тип һөйләй Гөлфиә Дамир ҡыҙы.
Ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Мәктәптә эш башлағас, музейҙы тергеҙеүгә тотона, уҡыусылар менән бергә яңы ҡомартҡылар менән байыта. 2007 йылда был музей Бөтә Рәсәй музейҙар конкурсының район этабында призлы урын яулай.
“Минең бурысым – һәр балаға үҙ һәләттәрен асырға ярҙам итеү, үҙ-үҙенә ышаныс уятыу, эшләргә өйрәтеү. “Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Уңыштың нигеҙе 1 процент ҡына талантҡа бәйле булһа, 99 процентҡа уның нигеҙендә көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт ята,” – ти педагог.
Ул балаларҙы урындағы материалдарҙы файҙаланып рефераттар яҙыуға илһамландыра. Яҡташыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Монасовтың ижад юлы буйынса тикшеренеү эше уҙғарылған. Уҡыусыһы А. Зиннуров хоҡуҡ буйынса республика олимпиадаһы призеры булып тора. И. Низамова ла олимпиадаларҙа уңышҡа өлгәшә.
Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Г. Ғарипова коллегаһы тураһында: “Гөлфиә Дамир ҡыҙы – ысын уҡытыусы. Төплө белемле, эрудициялы, балаларҙы ярата, – тип һөйләй. – Ул белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә яуаплы хеҙмәт итә. Уҡыусылары Ватан тарихын белеүҙең әһәмиәтен яҡшы аңлай”.
Гөлфиә Дамир ҡыҙы тормош иптәше Йәмил Дим улы менән бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Вилдан – инженер-энергетик, ҡыҙҙары Алһыу әсәһе юлын һайлаған, тарих уҡытыусыһы булырға әҙерләнә, әле Башҡорт дәүләт педагогия университеты магистратураһында белем ала.
Шәрәфетдиновтар буш ваҡыттарында умартасылыҡ менән шөғөлләнә, 30 баш күс ҡарайҙар. Улар үҙ бәхеттәрен ныҡышмалы көндәлек хеҙмәт менән тапҡан.