Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 12:06

Йәмәғәтселек терроризмды һәм экстремизмды бөтөрөү яҡлы

Мәсәғүт ауылында йәштәр араһында дини терроризм һәм экстремизмды киҫәтеү буйынса күсмә лекторий уҙғарылды.

Мәсәғүт ауылында йәштәр араһында дини терроризм һәм экстремизмды киҫәтеү буйынса күсмә лекторий уҙғарылды. Унда төньяҡ-көнсығыш райондарҙың йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттары белгестәре, балалар һәм йәштәр берекмәләре лидерҙары, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре белгестәре, ирекмәндәр ойошмалары кураторҙары, дин әһелдәре, йәмәғәт советы рәйестәре ҡатнашты. Беҙҙең район делегацияһын район хакимиәтенең антитеррористик комиссияһы секретары В. Һаҙыев етәкләне.
Сараны Дыуан районы хакимиәте башлығы Ф. Мөхәмәҙиев асты. Лекциялар менән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның рухи хәүефһеҙлек һәм дини белем биреүҙе үҫтереү буйынса фәнни-тикшеренеү институты әйҙәүсе белгесе А. Арсланов, “Нефтегаз үҙәге” һөнәри ижад үҙәге директоры, философия фәндәре кандидаты С. Семенов, Рәсәй Ислам университетының өлкән уҡытыусыһы Д. Кинйәбаев сығыш яһаны.
Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһынан миссионерҙар бүлеге етәксеһе, иерей Дионисий Ефимов доклад менән сығыш яһаны.


Читайте нас: