Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 11:40

ЙӘШ БУЛЫУ – УҢЫШҠА ӨЛГӘШЕҮГӘ ҠАМАСАУ ТҮГЕЛ

Донъяла уҡытыусы хеҙмәте иң ҙур баһаға эйә булған һөнәр, шул уҡ ваҡытта ул иң ауыр эш төрө булып та иҫәпләнә.

Донъяла уҡытыусы хеҙмәте иң ҙур баһаға эйә булған һөнәр, шул уҡ ваҡытта ул иң ауыр эш төрө булып та иҫәпләнә. Әммә бик күп йәштәр күңелдәре менән был һөнәрҙе яратып һайлап ала. Бөгөн районда йәш, әүҙем, ижади эшләүсе, тырыш йәштәр байтаҡ. 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Лена Һаҙыева – шундайҙарҙың береһе.
Лена Илгиз ҡыҙы “Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн” миҙалы менән үҙе лә ошо мәктәпте тамамлаған. М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты дипломын алғас, туған мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы булып эш башлай. Быйыл уҡыусылар яратҡан уҡытыусыларын етенсе тапҡыр байрам көнө менән ҡотлаясаҡ. Уҡыусылары уны алсаҡлығы, ихласлығы, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуы өсөн хөрмәт итә. Уҡытыусы үҙ оҫталығын үҫтереү буйынса даими эшләй, уҡыусыларында ла үҙ көстәренә ышаныс, маҡсатлылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй.
Лена Илгиз ҡыҙы балаларға белем һәм тәрбиә биреү эшенә етди ҡарай. “Ул үҙенә ҡарата талапсан, шул арҡала уның белеме үҙ фәненә генә ҡайтып ҡалмай. Йәш уҡытыусының әҙәбиәтте лә, башҡа фәндәрҙе лә яҡшы белеүе эшендә яңы уңыштар өҫтәй һәм уның һәләтлелеген билдәләй,” – ти уның хаҡында мәктәп директоры Ф. Сафин.
Л. Һаҙыеваның уҡыусылары тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса үткән муниципаль олимпиадаларҙа еңеү яулай, төбәк этаптарында йыш ҡатнаша. Мәктәптә тарих фәне буйынса төрлө кластан тыш саралар үтә, балалар тарих буйынса эҙләнеү эштәрен теләп башҡара. Л. Һаҙыева шулай уҡ 10-сы синыфта класс етәксеһе, мәктәп сайтын һәм белем биреү усағының “Электрон көндәлеген” алып бара. Йәш уҡытыусы булыу, тәжрибә аҙ тигәнде аңлатмай, эштә уңыш яулау уҡытыусының булмышынан, уның үҙ бурысына нисек ҡарауынан тора.


Р. Мөхәмәтова.

Фото ғаилә альбомынан
.
Читайте нас: