Мәктәп һәр саҡ йәмғиәт иғтибарының үҙәгендә булды һәм был бөгөн дә шулай булып ҡала. Уның уңышлы эшләүе күп осраҡта етәксенең оҫталығына бәйле. Миһранова Мөслимә Әхтәм ҡыҙы Абзай урта мәктәбен егерме йыл етәкләгән һәм унда рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барған.
Бөгөн Мөслимә Әхтәм ҡыҙы – педагогия хеҙмәте ветераны. Урта белемде ул Абзай урта мәктәбендә ала. Был мәктәптә рус телен һәм әҙәбиәтен үҙ һөнәренең оҫталары булған Н. Мәхмүтов менән Ф. Бускина алып барған була, тап ошо уҡытыусыларҙың дәрестәрен ул сикһеҙ ярата. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ ул үҙен уҡытыусы итеп тойоп, ҡусты-һеңлеләренең дәрестәрен тикшерә торған була.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Салауат районының Малаяҙ мәктәп-интернатында уҡытыусы булып эш башлай, артабан ғаиләһе менән Арыҫлан ауылына күсеп киләләр. Тормош иптәше Рәшит Хәйрулла улы (әле мәрхүм инде) бик оҫта, алтын ҡуллы уҡытыусы була, хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Ул ҡатынының туған яғының гүзәл тәбиғәтен, ауыл халҡының ихласлығын үҙ итеп, ошонда төпләнергә тәҡдим итә. Оҙаҡламай улар Абзай ауылында эш башлай һәм йәшәп алып китә. 1988 йылда М. Миһранованы мәктәп директоры итеп ҡуялар.
Мәктәп коллективының мөмкинлектәрен яҡшы белгән ойоштороу эше оҫтаһы ең һыҙғанып эшкә тотона һәм мәктәп 1989 йылда уҡ яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса ярышта еңеп сыға. Районда улар беренселәрҙән булып “Мәктәптәрҙе йәшеллеккә күмәйек” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Абзай мәктәбе ул саҡтарҙа һәр күрһәткес буйынса призлы урындарҙа була, бигерәк тә техник ижад буйынса ҙур еңеүҙәргә өлгәшә, район, республика конкурстарында һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Мәктәп базаһында асыҡ дәрестәр, күргәҙмә саралар, оҫталыҡ дәрестәре үтә, мәктәп директорҙары һәм төрлө фән уҡытыусылары өсөн семинарҙар, йыйылыштар уҙа. Мәктәп бөтә республиканан үҙенең дан ҡаҙанған уҡыусыларын саҡырып, мәктәптең 50 йыллыҡ юбилейын күркәм итеп билдәләй. Был башланғыстарҙың барыһының да башында оҙаҡ йылдар эшләгән директор тора.
Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн М. Миһранова “Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ булған, почет грамоталары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Әммә Мөслимә Әхтәм ҡыҙы үҙ эшенең иң ҙур баһаһы тип мәктәп уҡыусыларының, күп һанлы сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләренең рәхмәтен һанай.
Бөгөн ветеран хаҡлы ялда. Ул ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, туған мәктәбендә лә уны һәр саҡ көтөп алалар. Оло тормош юлы үткән һәм мәғариф өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған уҡытыусы бөгөн дә башҡалар өсөн үрнәк булып ҡала.