Ҡыйғы районы халҡы әүҙем рәүештә цифрлы телевидениеға күсә. Иҫке модель телевизорҙар менән файҙаланыусыларға цифрлы приставка алып тоташтырырға кәңәш ителә. Ә быны үҙ аллы эшләй алмаусылар өсөн волонтерҙар ярҙамы ойошторолған. Айырыуса өлкәндәр уларҙың ярҙамына мохтаж. Ошо көндәрҙә волонтерҙарҙың етәксеһе А. Кәримова Ибрай ауылында йәшәүсе пенсионерка Рига Ямаеваның өйөнә килде.
“Мин телевизор ҡарарға яратам. Улым октябрҙән башлап ғәҙәти антенна менән яратҡан сериалдарымды ҡарай алмаясағым тураһында хәбәр иткәс, почта бүлексәһенән приставка һатып алдым. Улым пульттың ниндәй төймәләренә баҫырға кәрәк икәнлеген күрһәтеп китте. Барыһы ла яҡшы бара ине, тик ошо көндәрҙә телевизор күрһәтмәй башланы, тышҡы антеннаны тоташтырырға тура килде. Ләкин тиҙҙән уның файҙаһы ҡалмаясаҡ, шуға ла волонтерҙарға шылтыраттым,” – тип һөйләне хужабикә.
Волонтер эшен тамамлағас, Рига Әхәт ҡыҙы телевизорҙың ни тиклем асыҡ күрһәтеүенә иғтибар итте. Ирекмән тағы ла бер тапҡыр приставка менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен аңлатты.
“Район халҡына 34 волонтер ярҙам итә. Төбәк “ҡыҙыу линияһы”: 8-800-347-00-55 йә иһә 3-71-75 номеры аша шылтыратып, ярҙамға заявка ҡалдырһағыҙ, улар һеҙҙең өйөгөҙгә йә иһә фатирығыҙға киләсәк.
Һәр ҡайһыһының махсус бейджигы бар, улар “Волонтер” тип яҙылған форма кейә.
Волонтерҙар һеҙҙән аҡса һорарға хаҡлы түгел: көйләп һәм тоташтырып биргән өсөн дә, кәрәкле әйбер, мәҫәлән, шнур өсөн дә. Йәғни һеҙҙә тоташтырыу өсөн ниндәйҙер әйбер етмәһә, волонтер һеҙгә ярҙам итә алмаясаҡ, тәүҙә үҙегеҙгә ҡайҙандыр барыһын да һатып алырға кәрәк,” – тип аңлатты А. Кәримова.