Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2019, 11:51

МАТУР ҺӘМ ШИФАЛЫ БӘРХӘТ ҮЛӘНЕ

Беҙҙә күптәр бәрхәт үләне (тагетестар) үҫтерергә ярата. Мин йыл һайын уларҙың ғәжәйеп үҙенсәлеге тураһында ниндәйҙер яңылыҡ асам.

Беҙҙә күптәр бәрхәт үләне (тагетестар) үҫтерергә ярата. Мин йыл һайын уларҙың ғәжәйеп үҙенсәлеге тураһында ниндәйҙер яңылыҡ асам. Улар бик матур, сәскәләре оҙаҡ тора, көҙгө ямғырҙар ваҡытында күңелгә шатлыҡ өҫтәй.
Тағы ла был сәскәләрҙең шифалы үҙенсәлектәре бар.
Бәрхәт үләне сәскәһенән әҙерләнгән экстракт антисептик тәьҫиргә эйә.
Был үҫемлек иммунитетты күтәрергә, эс ҡатыуҙан ҡотолорға, ҡан тамырҙары торошон, аш һеңдереү процесын яҡшыртырға ярҙам итә, һейҙек ҡыуғыс тәьҫиргә эйә. Унда һирәк осрай торған, айырыуса күҙ сирҙәрен дауаларға ярҙам итеүсе уникаль элементтар бар.
Үҫемлектең барлыҡ өлөштәрендә эфир майы туплана, хуш еҫе ошоға бәйле. Был майҙы тире проблемаларын дауалауҙа ҡулланалар (тән бешеүе, псориаз, витилиго, һөйәл, яра эҙҙәре һәм йөйҙәр).
Халыҡ медицинаһы селәүсен инвазияһы ваҡытында, шулай уҡ тирләткес сара сифатында көн һайын ас ҡарынға сәскә төнәтмәһен ҡулланырға кәңәш итә. Гаймориттан бәрхәт үләне сәскәһе менән ингаляция яһайҙар.
Бәрхәт үләненең үт ҡыуғыс тәьҫире күптән билдәле. Бауыр сирҙәре, шәкәр диабеты ваҡытында төнәтмә яһап эсәләр. Үҫемлектән әҙерләнгән һығынты стафилококктарҙы һәм кандид бәшмәген юҡ итә. Уларҙы шулай уҡ баҡсалағы ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланырға була.
Ваҡ сәскәле бәрхәт үләнен киптереп, бөжәктәрҙе ҡурҡытыу өсөн, бүлмәләргә элеп сығалар. Ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн, йәшелсәләр араһына сәсәләр. Мин күп йылдар инде бәрхәт үләнен кәбеҫтә йәнәшенә һәм рәт араларына сәсәм. Был ағыулы химикаттарҙы ҡулланмаҫҡа мөмкинлек бирә.
Календула һәм майлы торма менән бер рәттән, бәрхәт үләне тупраҡтың ауыр металдар менән зарарланыуына ҡаршы тора.
Бәрхәт үләненең файҙалы үҙенсәлектәрен косметология өлкәһендә лә ҡулланалар.
Кулинарияла был үҫемлекте салат яһағанда (япраҡтарын һәм сәскәләрен), консервалар әҙерләгәндә файҙаланалар. Көнсығышта онталған сәскә кәрзинкәләренән әҙерләнгән порошок бик популяр. Тоҙланған кәрзинкәләрҙе аш өсөн тәмләткес сифатында ла ҡулланалар.


Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: