Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссариатта хәбәр итеүҙәренсә, көҙгө кампания ваҡытында ҡыйғы районынан һалдаттар сафын 40 егет тулыландырасаҡ. Элеккесә егеттәр 12 ай хеҙмәт итә. Хеҙмәттән кисектереү алыу хоҡуғынан баш тартыу мөмкинлеге быйылғы яңылыҡ булып тора. Һүҙ көндөҙгө бүлектә уҡыусылар, ғалим дәрәжәһенә эйә булыусылар, шулай уҡ атаһы йә иһә ағаһы хәрби хеҙмәттә һәләк булғандар тураһында бара. Бынан тыш, 1 сентябргә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың икенсе балаһы донъяға килгән осраҡта уларға ваҡытынан алда демобилизацияланыу мөмкинлеге бирелә.
С. Исмәғилева әҙерләне.