Үҙ тыуған яғыңды һөйөү – уның бөгөнгө торошон ғына түгел, үткәнен дә белеү ул. Беҙҙең район бай тарихлы, яҡташтарыбыҙ быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән тыуған республикабыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән. Был хаҡта архив документтары, Ҡыйғы районың барлыҡҡа килеүе хаҡындағы тарих биттәре асыҡ һөйләй. Байрам көнөндө беҙ Ҡыйғы районы тарихы буйынса викторина иғлан итәбеҙ.
Халыҡтың алтын фонды һәм иң юғары тәрбиәүи сараһы булып нимә тора?
Халыҡтың рухи мәҙәниәтенең нигеҙен нимә тәшкил итә?
Башҡортостандағы тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы.
Башҡортостан шағирҙары араһынан кем йәштәр шағиры булып һанала?
Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған, авторы кем?
Башҡорт халыҡ йыры ”Урал” – ул башҡорт халҡының … (һүҙҙәр һайлағыҙ).
Кем башҡорт милли театрына нигеҙ һалған һәм үҙ ижадын ниндәй театрҙа башлаған?
Төрлө тарих осоронда Башҡортостандың баш ҡалаһы булған ҡалаларҙың исемдәрен һанап китегеҙ.
”Кесе Башҡортостан” һәм “Оло Башҡортостан” тигән төшөнсәләр нимәне аңлата?
10. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда кеше ресурстары (өс факт).
11. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан иҡтисадын үҙгәртеп ҡороу (5 факт).
12. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ға күпме халыҡ эвакуацияланған (һандарҙа), Өфө ҡалаһына (һандарҙа), Ҡыйғы районына (һандарҙа)?
13. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡы күрһәткән хәрби батырлыҡ өлгөләре (иң сағыу 4 факт).
14. “Хөрмәтле Владимир Ильич, бар хаталарҙың башында һеҙ үҙегеҙ тораһығыҙ түгелме?” Кем ошо һүҙҙәр менән В.И. Ленинға мөрәжәғәт иткән?
15. Е. Пугачев етәкселегендәге яуға күтәрелгән крәҫтиәндәрҙең 1774 йылдың май аҙағы – июнь башындағы юл маршрутын әйтеп бирегеҙ?
16. Ҡыйғы районындағы ниндәй тауҙың исеме Пугачев ихтилалы менән бәйле?
17. Юлай Аҙналиндың нисә ҡатыны булған? Салауат Юлаевтың әсәһенең исеме нисек?
18. Салауаттың нисә улы булған? Уларҙың исемдәрен атағыҙ.
19. 1930 йылдың 30 авгусында Башҡортостанда райондар барлыҡҡа килә. Беҙҙең район нисек атала?
20. Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” спектаклендәге хәл-ваҡиғалар Үрге Ҡыйғы ауылына нисек бәйле?
21. Район гәзите тарихында уның исеме нисек үҙгәргән?
22. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы олоҫының тәүге земство табибы исемен атағыҙ.
23. Камил Ғәрифуллин, Латиф Ибәтуллин, Закир Айытов, Әхмәт Гәрәев – был исемдәр араһында берәү артыҡ, кем һәм ни өсөн?
24. Әлеге Ҡыйғы районы ауылдарының ҡайһыһында һәм нисәнсе йылда тәүге клуб барлыҡҡа килә?
25. Беҙҙең район тарихында ”Мирхәйҙәровщина” тигән төшөнсәнең төп мәғәнәһе нимәлә?
26. Мәсғүтйән Шакирйәнов, Сабур Зыянгиров, Мөхәмәт Баҡыев, Ҡыям Мостафин – был исемдәр араһында берәү артыҡ, кем һәм ни өсөн?
27. Үрге Ҡыйғы ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күмелгән 14 йәшлек йәш геройҙың һәм “Потемкин” броненосецында ихтилалда ҡатнашыусының исемен атағыҙ.
Редакциянан. Викторинала теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала. Яуаптарҙы 2019 йылдың 31 октябренә тиклем Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 13 адресы буйынса, йә иһә
[email protected] электрон почтаға ебәрергә мөмкин. Эштәрҙә асыҡ итеп исем-фамилияңды, атайыңдың исемен, йәшеңде, үҙеңдең адресыңды (телефон номерын мөмкин) күрһәтергә кәрәк.
Төп баһалау критерийҙары булып яуаптарҙың дөрөҫлөгө һәм тулылығы тора.
Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.