Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2019, 13:23

Цифрлы телевидение күрһәтә башлай

2019 йылдың 14 октябренән башлап Башҡортостан Республикаһында федераль телевизион каналдар аналог форматында күрһәтеүҙән туҡтай.

2019 йылдың 14 октябренән башлап Башҡортостан Республикаһында федераль телевизион каналдар аналог форматында күрһәтеүҙән туҡтай. Телевидениенан мәхрүм ҡалмаҫ өсөн, телевизорҙы цифрлы сигналдар тотоуға көйләргә кәрәк.
Был яңылыҡ кабель, Интернет-телевидение, IP-ТВ йә иһә спутник ТВ менән файҙаланыусыларға ҡағылмай.
Башҡаларға үҙ телевизорҙарын тикшерергә кәрәк – заманса моделдәр өҫтәмә ҡорамалдар талап итмәй. Әгәр телевизорығыҙҙың кинескобы булһа һәм ул 6–7 йылдан элегерәк һатып алынһа, цифрлы приставка талап ителә.
Цифрлы телевизион тапшырыуҙар ҡарауға бәйле барлыҡ һорауҙар менән “ҡыҙыу линия” телефондарына шылтыратырға мөмкин:
- 8-800-220-20-02 (шылтыратыу бушлай, ялһыҙ, тәүлек әйләнәһенә) – цифрлы эфир телевизион тапшырыуҙарын ҡарау зонаһы, телевизорҙы һәм ҡорамалдарҙы көйләү тураһында мәғлүмәт;
- 8-800-347-00-55 (шылтыратыу бушлай, эш көндәрендә 9.00–18.00 сәғәттәрҙә эшләй, төшкө ял 13.00–14.00 сәғәттәрҙә) – Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә спутник телевизион ҡорамалдар алыу тәртибе тураһында мәғлүмәт;
- 8 (347) 282-40-35 (эш көндәрендә 9.00–18.00 сәғәттәрҙә эшләй, төшкө ял 13.00–14.00 сәғәттәрҙә) – цифрлы приставкалар һатып алған өсөн БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аша компенсация алыу тәртибе тураһында мәғлүмәт.
Читайте нас: