Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе, бар ғүмерен малсылыҡҡа бәйләгән хеҙмәт ветераны Абдуллин Ғәлимйән Хәкимйән улы ошо көндәрҙә 91 йәшен билдәләне.
“Беҙҙең быуын кешеләренең бала сағы ауыр булды. Мин өсөнсө класты тамамлау менән Ленин исемендәге колхоздың икенсе бригадаһында быҙау көтә башланым, һеңлем Баныу ҡатын-ҡыҙҙарға быҙау ҡарарға ярҙам итте. Һуғыш башланғанда миңә 13 кенә йәш ине. Колхоз бригадиры беҙгә, үҫмерҙәргә, аттарҙы ышанып тапшырҙы, беҙ йәш кенә ат ҡараусы Ғәйниса апайға ярҙам иттек. Ул йылдарҙа ат иң төп эш көсө була торғайны: уның менән ер һөрҙөк, ашлыҡ сәстек, утын һәм мал аҙығы ташыныҡ. Ат медицина, элемтә хеҙмәткәрҙәренә лә хеҙмәт итте. Беҙҙең ярҙамыбыҙ талап ителгән бар эште лә башҡара инек,” – тип хәтерләй ветеран.
Үҙенең оҙон хеҙмәт юлының байтаҡ өлөшөн ул Ленин исемендәге колхоздың беренсе бригадаһында ат ҡараусы булып үткәргән, ҡайсандыр үҙенә ышанып тапшырылған эшкә тоғро ҡалған. Урындағы ат аҙбарында 105–120 ат аҫралған була. Тәжрибәле малсы уларҙы ихлас тәрбиәләй. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн юбилей миҙалдары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Тормош иптәше Мәүлиха Нурмөхәмәт ҡыҙы менән 60 йыл татыу тормош көтөп, алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн Ғәлимйән Хәкимйән улы ейәндәре һәм бүләләренең хәстәре һәм иғтибары үҙәгендә.
Ул көнөнә бер нисә тапҡыр оҙаҡ ҡына йәйәү йөрөп керә, буш ваҡытын ҡармаҡ менән йылға буйында үткәрергә ярата. Аҡҡан һыуға ҡарап үткәндәрҙе иҫкә ала һәм бөгөгө көн хаҡында уйлана.
Ветеран, тормошта һәр саҡ үҙеңде яҡшы тойоу өсөн даими хәрәкәт итергә кәрәк, тип иҫәпләй. “Быға мин ат ҡарағанда төшөндөм. Әгәр был малҡайҙар күп ашап, аҙ хәрәкәт итһәләр, күҙ алдында хәлһеҙләнә, әлһерәй торғандар ине,” – тип үҙенең һаулыҡ серен асты ул.