Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2019, 13:49

Яңы фонарҙар ҡабынды

Дүшәмбикә ауыл биләмәһе ауылдары урамдарында һәр кис 110-лап светодоид фонарҙар ҡабына.

Дүшәмбикә ауыл биләмәһе ауылдары урамдарында һәр кис 110-лап светодоид фонарҙар ҡабына. Ҡараңғы ваҡытта урамдар яҡтыртылһын һәм халыҡҡа уңайлыраҡ булһын өсөн, күптән түгел сираттағы тапҡыр ярашлы эштәр башҡарылған.
Дүшәмбикә ауылында Октябрь урамынан Коммунистик урамға сыға торған ерҙә өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйылған. “Был участканан балалар мәктәпкә йөрөй, автомобилдәр бик йыш үтә. Юлдың ҡапыл боролошо ҡараңғы ваҡытта балалар өсөн хәүеф тыуҙыра. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ яңы бағаналар ултырттыҡ, сым һуҙып, ике яҡтыртҡыс ҡуйҙыҡ.
Сағыр ауылында Үҙәк урам һәм Яңы тыҡрыҡ юлдары киҫешкән урында ике яҡтыртҡыс эленде.
Эштәрҙең дөйөм суммаһы 167 мең һумлыҡ булды. Республика программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә аҡса республика һәм район бюджеттарынан бүленде. Урамдарҙы яҡтыртыу селтәрен киңәйтеү эштәре йыл аҙағынаса дауам итәсәк әле,” – тип һөйләне беҙгә Дүшәмбикә ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф. Ғиззәтуллин.


С. Исмәғилева.
Читайте нас: