Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2019, 13:44

ҠЫЙҒЫБЫҘҒА – ЙӘШЕЛ КЕЙЕМ

Ҡыйғы районы меңәрләгән йәш ағасҡа байытылды, улар үҫеп китеп, бер нисә быуын район халҡын һөйөндөрәсәк.

Ҡыйғы районы меңәрләгән йәш ағасҡа байытылды, улар үҫеп китеп, бер нисә быуын район халҡын һөйөндөрәсәк. Республика көнө алдынан “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә беҙҙә 6,5 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Ошо уҡ көндө һәр ерҙә төҙөкләндереү, территорияларҙы тәртипкә килтереү эштәре башҡарылды.
Экологик өмәләр дөйөм республика акцияһынан бер көн алда уҡ башланды. Активистар ағас ултыртыу өсөн тупраҡ, махсус ҡоралдар әҙерләне, сәсмәлектәрҙе алып килде, йәш ағастарҙы һаҡлау өсөн ҡоймалар яһаны.
Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте, “Ҡыйғы Коммунальщик” ЯСЙ-һы коллективтары Үрге Ҡыйғы ауылындағы Микрорайонда миләш һәм йүкә ултыртты. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Дөйөм территорияның экологик торошона битараф булмаған пенсионерҙар Ф. Ғайнанов менән Х. Таһиров айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Улар йәштәрҙән ҡалышмайынса эшләне, эштәр барышын контролләргә лә, файҙалы кәңәштәр бирергә лә өлгөрҙө. Майҙанда, ағас ултыртыусыларҙы дәртләндереп, музыка уйнап торҙо. Балалар ҙа өлкәндәргә ихлас ярҙамлашты. Ағастар ултыртылғас, өмәлә ҡатнашыусылар рәшәткәнән махсус ҡоймалар яһап, шунда уҡ буятып ҡуйҙы.
Ҡыйғы район элемтә үҙәге бинаһы алдында ошо йылдың апрелендә булдырылған “Мөхәббәт аллеяһы” тәртипкә килтерелде. Әүҙәм йәштәр питомниктан сәсмәлектәр алып килде, яҙ ултыртылған ағастарға “ревизия” яһап, һулығандары урынына яңыларын ултыртты. Аллеяны йәш шыршылар менән тулыландырыуҙа район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. “Беҙ сәсмәлектәрҙе тейешенсә ултыртырға тырыштыҡ, тиҙҙән улар үҫеп китер һәм аллея район үҙәгенең биҙәге булып торор, тип ышанабыҙ,” – ти акцияла ҡатнашыусылар.
Ләүзә урман хужалығының 120-се кварталында (Аҫылғужа ауылы эргәһендә) 6 мең шыршы һәм ҡарағай ултыртылды. “Салауат урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһының Ҡыйғы участкаһы хеҙмәтсәндәренә ике тиҫтәләп ирекмән – Аҫылғужа ауылында йәшәүселәр ярҙам күрһәтте. Бигерәк тә И. Нуриәхмәтов менән С. Миңлейәров айырылып торҙо.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашыусылар 2020 йылда урмандарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк. Яҙын ағастар ултыртыу акцияһы БР Урман хужалығы министрлығы күҙәтеүе аҫтында уҙасаҡ.


С. Исмәғилева.
Үрге Ҡыйғы ауылы Микрорайонында ағастар ултыртыла.

Читайте нас