Йыл һайын октябрҙә бөтә донъяла күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәш айлығы уҙғарыла. Уның символы булып алһыу төҫтәге лента тора. Нәҡ ошо лентаның төҫө айлыҡҡа исем биргән – “Алһыу октябрь”. Был айҙа күкрәк яман шеше хәүефе, сирҙе киҫәтеү һәм иртә стадияла асыҡлау буйынса саралар циклы тормошҡа ашырыла.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яман шеш менән сирләү осраҡтары араһында күкрәк яман шеше беренсе урында тора. Ләкин ошоно иҫтә тоторға кәрәк: иртә стадияла асыҡланғанда һауығыу проценты 90-ға етә.
Яман шеш үҫешенең төп хәүеф факторҙары: йәш (50 йәштән олораҡ), артыҡ ауырлыҡ, тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыу, аҙ хәрәкәтләнеү, эстрогендар менән гормональ терапия алыу, күремдең иртә башланыуы (12 йәшкә тиклем), һуң менопауза (55 йәштән һуң), һуң бала табыу (26 йәштән һуң), мастопатия, яҡын туғандар араһында яман шеш менән ауырыусылар булыуы. Ҡайһы бер хәүеф факторҙарынан ҡотолоп булмай, ләкин башҡаларын булдырмаҫҡа мөмкин, йәғни һәр ҡатын-ҡыҙ, йәшәү рәүешен яҡшыртып, үҙенә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, сәләмәт йәшәү рәүеше – тәүге профилактика.
Икенсел профилактика сараларына һөт биҙҙәре патологияларын иртә асыҡлауға йүнәлтелгән медицина саралары инә: үҙ-үҙеңде тикшереү, гинекологҡа, терапевҡа күренеү, ультратауышлы скрининг, маммографик скрининг. Күреме килгән ҡатын-ҡыҙҙар ошо сараларҙы циклдың 6–12-се көндәрендә, ә менопаузалағы ҡатындар һәр айҙың бер үк көнөндә башҡарырға тейеш.
Һөт биҙҙәрен ультратауышлы тикшереү хәүеф факторҙары булғанда йә иһә табип кәңәше буйынса теләһә ниндәй йәштә уҙғарыла, ләкин 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырыуса эффектлы. Скрининг маҡсатында маммография 40 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙарға 2 йылға бер тапҡыр, ә 50 йәштән һуң йыл һайын уҙғарыла. Әгәр 40 йәш тулған булып та, бер тапҡыр ҙа маммография үтмәгән булһаң, йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итеп тә йүнәлтмә алырға була.
Клиник фазаға еткәнсе ҡапшап ҡарап асыҡларға мөмкин булмаған шеште асыҡлауҙа маммографияның роле бик ҙур. Һөт биҙендә шеш барлыҡҡа килгәндән алып уның ҡапшап ҡарағанда беленеүенә тиклемге ваҡыт арауығы 3 йылдан 8 йылғаса тәшкил итә. Маммография нәҡ иртә стадияла яман шеште табыуға иҫәпләнгән. Тикшереү ике проекцияла һүрәт алыуға ҡайтып ҡала, ләкин ҡайһы саҡ индивидуаль үҙенсәлектәр арҡаһында өҫтәмә һүрәттәр алыу кәрәклеге тыуа.
Һөт биҙҙәрен үҙ аллы тикшереү шулай уҡ мөһим һәм һөҙөмтәле ысул булып тора. Үҙ-үҙеңде ай һайын бер үк көндә тикшерергә кәрәк. Күрем башланыуының тәүге көнөнән иҫәпләп, циклдың 6–12-се көндәрендә уҙғарыу яҡшыраҡ.
Тәүҙә эске кейемдең имсәк башы тейеп торған урынын яҡшылап ҡарарға кәрәк. Унда ниндәйҙә булһа таптар булмауы мөһим.
Үҙ-үҙегеҙҙе тикшергәндә түбәндәгеләр һағайтырға тейеш:
- күкрәктең ҙурлығы үҙгәреүе (бер һөт биҙе икенсеһенән ярайһы уҡ ҙурыраҡ йә иһә кесерәк булып китһә);
- һөт биҙе контурҙары үҙгәреүе;
- айырым участкала йә иһә тотош күкрәктә тиренең ҡыҙарып тороуы;
- һөт биҙе структураһы үҙгәреүе – ауыртып торған ҡаты төйөрҙәр, төйөндәр һ.б. барлыҡҡа килеүе;
- бер күкрәктең даими рәүештә ауыртып тороуы;
- ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәргәндә һөт биҙе тиреһендә соҡорҙар барлыҡҡа килеүе;
- имсәк башының эскә батыуы, формаһы йә иһә урыны үҙгәреүе;
- бер йә иһә ике имсәктә лә бүлендектәр барлыҡҡа килеүе;
- ҡултыҡ аҫтарында йә иһә умрау тирәһендә лимфатик төйөндәрҙең ҙурайыуы.
Бер ниндәй үҙгәрештәр күрмәһәгеҙ ҙә белгес менән кәңәшләшергә тартынмағыҙ. Сир ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, дауаланыу һәм оҙаҡ йылдар сәләмәт йәшәү мөмкинлеге шул тиклем ҙурыраҡ.
Ҡыйғы районында йәшәүселәр Мәсәғүт ауылындағы муниципаль-ара медицина үҙәгендә тикшереү үтә ала. Табип эш көндәрендә 8.00–13.00 һәм 14.00–16.00 сәғәттәрҙә ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн тел.: 8 (34798) 3-18-65.