Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы белгестәре талпан энцефалиты ҡаршы көҙгө вакцинация үтергә кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Октябрь – тәүге прививканы яһатыу ваҡыты.
Икенсе прививканы яҙын – март-апрель айҙарында яһатыу өсөн, вакцинацияны көҙөн башларға кәрәк. Беренсе һәм икенсе прививкалар араһындағы арауыҡ биш-ете ай булырға тейеш. Ошо ике прививканан һуң, талпандар әүҙемләшеү мәленә кешелә вируслы энцефалитҡа ҡаршы ҡалҡан барлыҡҡа килә. Ревакцинация бер йылдан, артабан һәр өс йыл һайын уҙғарыла.
Йыл һайын Башҡортостанда талпан энцефалитына ҡаршы 30 меңдән ашыу кешегә прививка яһала. Мотлаҡ тәртиптә тәбиғәт ҡосағында даими эшләүселәр (мәҫәлән, урмансылар), шулай уҡ инфекция таралған ерҙә йәшәүселәр, яҙғы-йәйге осорҙа эндемик территорияға сығыусылар (мәҫәлән, туристар) вакцинациялана.
Вируслы талпан энцефалитына ҡаршы прививканы йәшәү урыны буйынса район поликлиникаһында яһатырға мөмкин.
Ведомство белдереүенсә, быйыл урмандағы талпандарҙың вируслы энцефалит менән, алдағы йылдар менән сағыштырғанда, кәмерәк зарарланыуы, шул уҡ ваҡытта уларҙа боррелиялар артыуы күҙәтелә.