Ауылдарҙа урам юлдарының торошо ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо көндәрҙә Кеҙетамаҡ ауылында юл ремонтлау тамамланды. Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылының Сәскә урамында капиталь ремонт башланған. Эштәрҙе “Башавтодор” ААЙ-һының Ҡыйғы участкаһы юл хеҙмәте алып бара.
Предприятиеның баш инженеры И. Солтанов: “1,5 км оҙонлоҡта Сәскә урамы юлы капиталь ремонтланасаҡ, – тип һөйләне. – Төҙөлөш материалын биш “КамАЗ” автомобилендә водителдәр Д. Ғәйнетдинов, Ф. Мөхәмәтдинов, Ю. Иштуғанов, Р. Ғайнанов һәм Ф. Ғималетдиновтар ташый. Ҡырсынташ Кеҙематаҡ карьерынан, ваҡ таш Мөрсәлим ауылынан килтерелде. Тейәү эштәрен Р. Мөхәмәтдинов башҡара. Тигеҙләнгән юлға тәүҙә ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы, һуңынан ваҡ таш һалына. “ДЗ-180” грейдерында Н. Фазлыев, “ДТ-75 Б” бульдозерында А. Фазлыев үҙ бурыстарын сифатлы үтәй. Был участкалағы эштәргә юл мастеры Ф. Әлбиев етәкселек итә. Артабан юлға асфальт йәйеләсәк”.