Үрге Ҡыйғы ауылының Ленин урамында йәшәүселәр бер нисә йыл дауамында урындағы власть органына баҡсаларына яҡын торған Ҡыйғы йылғаһы ярҙарын нығытыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә килде. Йылдан-йыл һыу ярҙы емереп, халыҡтың баҡсаһын кәметә ине.
Ошо көндәрҙә Ленин һәм Тау аҫты урамдары араһындағы участкала Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте инициативаһы буйынса Ҡыйғы йылғаһы үҙәнен үҙгәртеү эштәре тамамланды. Бик оло һәм ҡатмарлы эш бойомға ашырылды.
“Был проблеманы хәл итеү өсөн беҙ “А.Р. Ғәлиәскәров” шәхси предприятиеһы хеҙмәтсәндәрен ярҙамға саҡырҙыҡ. Экскаваторсы Р. Ғарипов, водителдәр А. Хисамов, А. Рамазанов, Р. Ялаевтар, тейәгестә механизатор Р. Ғарипов ике аҙна дауамында намыҫ менән эшләне. Йылға үҙәнен үҙгәртеү буйынса иң ҡатмарлы участка бульдозерсы И. Маннаповҡа тура килде (С.А. Нотфуллин шәхси предприятиеһы). Хәҙер йылғаның һыуы бейек ярҙан алыҫыраҡ ағып ята. Халыҡҡа үҙ баҡсалары өсөн борсолмаҫҡа мөмкин,” – ти ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев.