Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2019, 11:37

“Кәрәсин лампаһы” – алыҫ йылдар яҡтыһы

“Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2019 йылдың 20 сентябрендәге 64-се һанында сыҡҡан хеҙмәт ветераны А. Һаҙыевтың “Кәрәсин лампаһы” исемле мәҡәләһе мине үҫмерлек йылдарыма әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте.

“Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2019 йылдың 20 сентябрендәге 64-се һанында сыҡҡан хеҙмәт ветераны А. Һаҙыевтың “Кәрәсин лампаһы” исемле мәҡәләһе мине үҫмерлек йылдарыма әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте. Ысынлап та, был лампалар беҙҙең, һуғыш йылы балаларының, көнкүрешендә оло әһәмиәткә эйә булды.
Кәрәсин лампаһы бар ерҙә: мәктәптәрҙә, клубтарҙа, китапханаларҙа ҡулланылды. Уның яҡтыһы кешеләргә хеҙмәт коллективтарында ла, ғаиләлә лә эштәр башҡарырға ярҙам итте. Хатта 1950-се йылдарҙа ла мәктәптәрҙә кәрәсин лампаһы ҡулланыла ине, электр ул ваҡыттарҙа һәр ерҙә булманы. Кәрәсин лампаһы булһа, дәрескә әҙерләнеү мөмкинлеге бар, әгәр ул булмаһа, “икеле” билдәһе алырыңды көт.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡһыҙ тотонһаң, уның арҡаһында ауыр бәләгә юлығыу осраҡтары ла була торғайны.
Әле минең хәтеремә лампаға бәйле ике хәл иҫкә килә. Уның береһе ыңғай булһа, икенсеһе – ҡыҙғаныс хәл.
Һуғыш йылдарында ауылдағы бар ауыр эштең ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмер балалар елкәһендә булғаны барыһы өсөн дә мәғлүм. Әсәйем көҙөн-ҡышын Түбәнге Ҡыйғы ауылында “Урал” колхозының йөк аттарын ҡараны. Ул йылдарҙа ат аҙбары әлеге мәҙәниәт йорто урынында ине.
Көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа көн ҡыҫҡа, ҡараңғы иртә төшә. Эш аттары ҡураға һуң ҡайтып керә. Улар ҡайта башлауға әсәйем алдан быялаһын таҙартып йыуып, кәрәсин һалып, фонарын әҙерләп ҡуя ине. Мине лә йыш ҡына үҙе менән ат аҙбарына ала торғайны. Ул аттарға аҙыҡ таратҡанда минең бурысым утлыҡсаларҙы фонарь ярҙамында яҡтыртыу була торғайны. Был эш көн һайын ҡабатлана ине. Шуға ла аттарҙың бышҡыра-бышҡыра ашауы әле лә бик яҡшы күҙ алдымда тора.
Эш бөткәс, беҙ был төнгө мәшәҡәттәрҙе башҡарып сығыуыбыҙға ҡыуанып, өйгә юл ала инек. Иртә таң менән әсәйем аттарҙы йылғаға һыу эсерергә төшөрә.
Был кәрәсин лампаһының ыңғай яҡтары. Ләкин уны ҡулланғанда ҡыҙғаныс хәлдәр ҙә килеп тыуа торғайны. Бер заман беҙҙең менән күршеләш йәшәгән ғаиләлә ҡот осҡос хәл булды, ул әле лә йөрәгемде тетрәтә.
Ул көндө ғаилә башлығы эштән һуңлабыраҡ, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Берҙән-бер кәрәсин лампаһы янмай, уға ҡараңғыла кәрәсин өҫтәргә булалар. Атай кеше кәрәсинде ҡоя, утлы сыраны бала ғына булған ҡыҙыҡай тотоп тора.
Ҡараңғыла бер ни күрмәгәс, атаһы кескәй ҡыҙыҡайға сыраны лампаға яҡыныраҡ тоторға ҡуша, уныһы абайламайынса, асыҡ утты кәрәсин һалынған шешәнең ауыҙына тиклем килтерә. Гөлтләп шунда уҡ ут тоҡанып китә, өҫтөнә кәрәсин һибелгән булғас, баланың күлдәгенә ут ҡаба һәм дөрләп яна башлай. Ҡыҙ тышҡа атыла һәм ихата буйлап сәбәләнеп йүгерә, әммә эргәлә ярҙам итерлек бер кем дә булмай. Атаһы был ваҡытта ҡыҙын ут солғап алғанды белмәйенсә, өйҙә янып ятҡан иҙәнде һүндереү менән мәшғүл була.
Икенсе көндө генә беҙ был ҡурҡыныс хәл хаҡында ишеттек. Мин зыян күргән туғанымдың хәлен белергә индем. Ул ауыртыныуҙан түгелеп илай ине. Фельдшер Мәфрүзә апай Зәйнуллина баланың бешеп өрөлөп сыҡҡан тиреһен эшкәртә ине.
Күп тә үтмәй ул вафат булып, мәңгелек йоҡоға талды.


М. Сабирйәнов.
Читайте нас: