Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2019, 11:43

ВЕТЕРАНДАРҒА ТҮЛӘҮҘӘР АРТА

2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ветерандарға айлыҡ түләүҙәр арта.

2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ветерандарға айлыҡ түләүҙәр арта.
Республика Башлығы Радий Хәбиров түләүҙәрҙе индексациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, киләһе йылдың башынан сәйәси репрессияларҙан зыян күргән тип танылған кешеләргә түләүҙәр 553,28 һумдан 600 һумға тиклем арта. Реабилитацияланған кешеләргә айлыҡ түләүҙәр 659,68 һумдан 700 һумғаса; тыл эшсәндәренә — 415,15-тән 450 һумға тиклем; хеҙмәт ветерандарына 376,06 һумдан 400 һумғаса арта. Пенсия танытмаһына льготаға хоҡуҡ тураһында ҡушымтаһы булған хеҙмәт ветерандарына, шулай уҡ оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр 145,93-тән 200 һумға тиклем күтәрелә.
Читайте нас: