Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы сиктәрендә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре ЮХХДИ бүлексәһенең юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән берлектә “Водителгә хат” акцияһын уҙғарҙы.
Балалар водителдәргә һорауҙар бирҙе, нескә бала ғүмере символы булараҡ, аҡ һауа шарҙары бүләк итте, юлдарҙа һаҡ һәм иғтибарлы булырға, йәйәүлеләргә юл бирергә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырыусы хат-мөрәжәғәттәр тапшырҙы.
Һөҙөмтәлә барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды: үҙҙәренең әһәмиәтле эш башҡарыуын тойған балалар ҙа, улар менән аралашыуҙан күңелдәре күтәрелгән водителдәр ҙә.