Республика көнөндә “Аҡбуҙат” ипподромында (Өфө ҡалаһы) Башҡортостан Республиканың төҙөлөүенә 100 йыл тулыуға арнап үткәрелгән “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының финал өлөшө үтте. “С.А. Нотфуллин” крәҫтиән- фермер хужалығынан 37 йәшлек жокейы Руслан Фазлыев чемпионаттың 12 этабында еңеү яулаусылар менән бер рәттән ярышта ҡатнашты.
Беренсе сабышта беҙҙең уҙышыусыға йәрәбә буйынса Өфө ҡалаһының 119-сы ат заводында 2011 йылда тыуған, запас юртаҡтар иҫәбендә булған Монах ҡушаматлы тура ҡола алаша эләкте. Р. Фазлыев 1200 метр булған дистанцияны 1,44.3 минутта үтеп, финишҡа бишенсе булып килде. Еңеүсе ике заезд һөҙөмтәләренән һуң асыҡланды. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең ярышыусы алтынсы урынды биләне.
“Алтын урталыҡ” – беҙҙең район өсөн яҡшы күрһәткес,” – тине район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов.
Аттарҙы һәм ат спортын һөйөүселәр: А. Әхмәтов, Ф. Мирхәйҙәров, Т. Әхмәтйәнов һәм Р. Хәйруллин яҡташыбыҙға дәрт өҫтәү теләге менән ҡатнашты. Хужалыҡ етәксеһе С. Нотфуллин, районда һәм республикала ат спортын үҫтереүгә күп өлөш индергән, “Әбдрәзәк” совхозының элекке директоры Л. Мәхмутовтың улы – Дүртөйлө районының “Арғымаҡ” ат спорты комплексы директоры И. Мәхмүтов та үҙ яҡташтарын ҡайғыртып, көйәрмәндәр араһында булды.