Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2019, 16:57

МУЛЬТФИЛЬМ ӘҘЕРЛӘҮ – ЕТДИ ЭШ

Йыланлы ауылы китапханаһында райондағы тәүге мультиплика- цион студия – “МультКадриктар” асылды.

Йыланлы ауылы китапханаһында райондағы тәүге мультипликацион студия – “МультКадриктар” асылды. Балалар был көндө – махсус ҡорамалдар ярҙамында үҙ мультипликацион фильмын әҙерләү мөмкинлеген көтөп алды. Презентацияла район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ғилми-методика бүлеге баш китапханасыһы С. Хәбибуллина, Башҡортостан Киностудияһы генераль продюсеры Р. Солтанғузин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Шәрәфетдинов һәм башҡалар ҡатнашты.
Студиялағы сағыу интерьер, изгелек, дуҫлыҡ мөхите, балаларҙың ижадҡа ынтылышы ҡунаҡтар күңеленә хуш килде.
“Барыһы ла пластилиндан төрлө һындар әүәләү түңәрәгенән башланды. Мин уны социаль приютта тәрбиәләнеүсе һәм ауыл балалары араһында аралашыу, берлектәге ижад мөхите булдырыу маҡсатында ойошторҙом. Балалар бик дуҫлашып китте, төрлө әкиәт геройҙарының һындарын оҫта итеп яһарға өйрәнде. Бер мәл улар миңә, үҙҙәре яһаған һындар кәштәлә “эшһеҙ” тормаһындар өсөн, мульфильм төшөрөргә тәҡдим итте. Был идея барыһына ла оҡшаны. Беҙ тәүҙә телефонға видео төшөрөп ҡараныҡ, ләкин килеп сыҡманы. Шул саҡ мин балалар мультстудияһы булдырыу тураһында әҙәбиәтте өйрәнә, балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу тураһында уйлана башланым. Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы етәкселеге минең проектымды хупланы һәм Елена, Геннадий Тимченколарҙың Хәйриә фонды “Кесе ҡалалар һәм ауылдар мәҙәни мозаикаһы” IV Бөтә Рәсәй конкурсына тәҡдим итте. Был конкурста беҙ еңеү яуланыҡ. 588 мең һум грант оттоҡ. Бөгөн бүленгән суммаға мульфильмдар төҙөү өсөн ҡорамалдар: ике компьютер, телевизор, акустика системаһы, софиттар, ике мультстанок, программалар алғанбыҙ. Әле балалар тауыш яҙҙырыу һәм монтаж эштәрен үҙләштерә. Уларға был бик оҡшай,” – тип һөйләне яңы студияны презента- циялау барышында Йыланлы китапханаһы китапханасыһы С. Шигаева.
Артабан балалар менән “Мультфильмдар нисек барлыҡҡа килә?” оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Ҡунаҡтар мультстудияның китапханаға йөрөүсе балалар өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырыуын, уларҙың үҙҙәрен режиссер һәм сценарист сифатында һынап ҡарау мөмкинлеге булыуын билдәләне, йыланлыларҙан шедеврҙар көтөүҙәрен белдерҙе. Әйткәндәй, ноябрҙә “МульКад- риктар” студияһында Үрге Ҡыйғы ауылының барлыҡҡа килеүе тураһында әҙерләнгән мульти- пликацион фильм премьераһы көтөлә.
С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Читайте нас: