Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2019, 17:04

Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәр

Ошо йылдың 9 айында Пенсия фондының Башҡортостандағы идаралыҡтары әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләүҙәр алыуға меңләп ғариза ҡабул иткән.

Ошо йылдың 9 айында Пенсия фондының Башҡортостандағы идаралыҡтары әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләүҙәр алыуға меңләп ғариза ҡабул иткән. Был уҙған йылдағынан ике тапҡырға күберәк. Беҙҙең районда был йәһәттән хәлдәр торошо ниндәй булыуы тураһында Пенсия фонды идаралығы начальнигы Л. Нәзирова һөйләй.
"Беҙҙең идаралыҡ тарафынан әсәлек капиталынан айлыҡ аҡсалата түләүгә 3 ғариза ҡабул ителде һәм ҡәнәғәтләндерелде. Бөгөн айлыҡ түләү күләме 9182 һум тәшкил итә. Ғаризаны ғаиләлә икенсе бала тыуғандан алып 1,5 йыл эсендә теләһә ниндәй ваҡытта тапшырырға була.
Пенсия фондына тәүге ярты йылда мөрәжәғәт иткәндә түләү бала тыуған көндән алып башҡарыла. Алты ай уҙғас мөрәжәғәт иткән осраҡта – ғариза биреү көнөнән алып. Аҡса әсәлек капиталы сертификаты хужаһының банктағы иҫәбенә күсерелә.
Ғариза, сертификат эйәһенең йәшәү урынына ҡарамаҫтан, Пенсия фонды идаралығының клиенттар хеҙмәтендә ҡабул ителә. Шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондының сайтында Шәхси кабинет аша ғариза тапшырырға була.
Ошонда уҡ был түләүгә хоҡуҡты билдәләргә ярҙам итеүсе калькулятор бар. Шулай уҡ түләү күләмен дә белергә мөмкин, сөнки ул ниндәй төбәктә йәшәүеңә бәйле һәм РФ субъектында уҙған йылдың икенсе кварталы өсөн балаларға билдәләнгән йәшәү минимумына ярашлы,” – тип һөйләне.
Райондың пенсия хеҙмәте быйыл шулай уҡ әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноу өсөн 52 ғариза ҡабул иткән. Бөгөнгә 49 ғаилә уны алған һәм 43-ө торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан да инде.
Л. Ибраһимова яҙып алды.

Читайте нас: