Беҙҙең Ҡыйғы
+31 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Октября 2019, 11:37

СИФАТЛЫ ЮЛДАР – ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК

Юл хеҙмәтсәндәре йыл әйләнәһенә юлдарҙың торошо, автомобилдәрҙең хәүефһеҙ һәм ышаныслы хәрәкәт итеүе өсөн яуап бирә.

Юл хеҙмәтсәндәре йыл әйләнәһенә юлдарҙың торошо, автомобилдәрҙең хәүефһеҙ һәм ышаныслы хәрәкәт итеүе өсөн яуап бирә. Иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең барлыҡ тармаҡтарындағы эштәр торошо юл хеҙмәтенә бәйле. “Башкиравтодор” ААЙ-һы филиалы – Ш. Зарипов етәкселегендәге Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тырышлығы менән райондың юл хужалығы яҡшыра бара.
Предприятие етәксеһе Шамил Марс улы Зарипов: “Ошо йылдың 9 айында төбәк һәм муниципаль- ара әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыу автомобиль юлдарын тотоуға 32,6 миллион һум үҙләштерелде, был планлаштырылған йыллыҡ күләмдең 80 процентын тәшкил итә, – тип һөйләй. – Коллектив ауыл биләмәләре башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Быйыл беҙ иртә яҙҙан район үҙәге урамдары юлдарында соҡорҙарҙы ямауға тотондоҡ. Был эш Шәфиев, Завод, Шаһимәрҙәнов, Тыныслыҡ, Изге, Баҫыу, Ҡарайлы, Ленин, Салауат, Совет урамдарында һәм Шәфиев тыҡрығында башҡарылды.
Йыланлы ауылының Б. Шәрәфетдинов һәм Н. Хәкимов урамдарында шулай уҡ юл ремонтланды, 410 метрҙа асфальт йәйелде. Кандаковка ауылының Тыныслыҡ урамында асфальт-бетон юл япмаһы һалынды. Кеҙетамаҡ ауылының Салауат урамына ҡырсынташ йәйелде. Автомобиль юлдарына юл билдәләре төшөрөү өсөн “Башкиравтодор” АЙ-һының Благовещен һәм Өфө филиалдарынан эшселәр саҡырылды. 7,3 миллион һумдан ашыу суммаға эштәр башҡарылды. Балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында мәғариф учреждениелары эргәһендәге юлдарҙағы буяуҙар яңыртылды. Ҡурғаш ауылында газ бүлеү шкафына илтеүсе юл япмаһы ремонтланды. Йәйен беҙҙең юл хеҙмәте Оло Ыҡтамаҡ–Йонос–Йосоп–Дүшәмбикә автомобиль юлының 58,455–61,455 участкаһында ремонт уҙғарҙы. Был эш 2020 йылда ла дауам итәсәк.
Бөгөн 2024 йылғаса иҫәпләнгән “Тыуған урам” республика программаһы сиктәрендә Үрге Ҡыйғы ауылының Сәскә урамында ремонт алып барабыҙ. 1,488 км оҙонлоҡта асфальт-бетон япма һалынасаҡ. Ошо программа сиктәрендә Ләүзә ауылының Д. Ракшин урамында 2,266 км юл ремонтланасаҡ. Беҙҙең филиал эшселәре Үрге Ҡыйғы ауылының Микрорайонын төҙөкләндереүҙә ҡатнашты. Ошо көндәрҙә “Йәшлек” стадионының йүгереү юлы эшләнеп бөттө. Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылының Батыр һәм Ҡырым урамдарында ремонт эштәре бара. Бынан тыш, Үрге Ҡыйғының Айса, Батыр, И. Ғәйнетдинов, Ҡырым, Х. Кәрим, Тимерлек, Күпер, Йылға, Рослов, Шаһимәрҙәнов, Тау, Ғафури исемендәге урамдарында ремонт эштәре көтөлә. Йүкәлекүл ауылында Төҙөлөш урамы тәртипкә килтереләсәк, был шулай уҡ 3 йылға иҫәпләнгән”.
Бөгөн коллективта 55 кеше эшләй, сезонлап ваҡытлыса эшселәр ҡабул ителә. Филиалдың заманса юл-төҙөлөш техникаһы бар, производство базаһы булдырылған. Асфальт-бетон заводы һөҙөмтәле эшләй. Бөгөнгә 15 мең тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатышмаһы әҙерләнгән.
Етәксе үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәрҙе юғары баһалай. Юл хужалығы бер туҡтауһыҙ үҫешә, шуға ла коллектив киләсәккә ышаныслы ҡарай.

Читайте нас