Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 14:03

“…ДӘРЕСТӘРЕГЕҘ – ХӘТЕРЕБЕҘҘӘ, Ә ҺӨЙӨҮЕГЕҘ ЙӨРӘКТӘ ҺАҠЛАНА…”

Мин тормошта бәхетлемен, әлбиттә, ауыр, ҡатмарлы мәлдәр ҙә аҙ булманы, әммә яҙмышыма миңә биргән ауыр һынауҙары өсөн дә рәхмәтлемен. Үпкәләргә урын юҡ, ...

“Мин тормошта бәхетлемен, әлбиттә, ауыр, ҡатмарлы мәлдәр ҙә аҙ булманы, әммә яҙмышыма миңә биргән ауыр һынауҙары өсөн дә рәхмәтлемен. Үпкәләргә урын юҡ, ауылдаштарымдың һәр береһе хәлемде һорашып, ярҙам итергә әҙер тора,” – ти үҙенең 88 йәшлек юбилейын билдәләүсе, Абзай ауылында йәшәүсе педагогия хеҙмәте ветераны Баныу Ғәбделхай ҡыҙы Хизбуллина.
Уның балалыҡ һәм үҫмерлек йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә, атаһы һуғышҡа китә. Өйҙә биш бала тороп ҡала. “Бигерәк тә һуғыштың икенсе-өсөнсө йылдары ҡыйынға тура килде. Ярты ауыл ҡышлаған башаҡ ашап, ағыуланып вафат булды. Беҙҙең ғаиләлә лә өс бала аслыҡтан үлеп ҡалды. Әсәйем Мөхтәрәмә Рәхим ҡыҙы үлем тырнағынан ике баланы – мине һәм ҡустым Радианды һаҡлап ҡала алды. Күрше Тарҙау ауылына эшкә йөрөнө, унда Александра исемле танышы бар ине, ул әсәйемә ярҙам иткән өсөн аҙыҡ-түлеге менән бүлешә ине. Шулай аслыҡты еңеп сыға алдыҡ. Һуғыш тамамланғас та бик еңел булманы,” – тип иҫкә ала ул үткәнде. Был йылдарҙы иҫенә алғанда уның күҙҙәренә йәш тула, тауышы үҙгәреп китә, күрәһең, һуғыш ҡалдырған күңел яраларын ваҡыт ҡына уңалта алмайҙыр инде.
Һуғыш тамамланғас, Мәсәғүт уҡытыусылар институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый. Ул ваҡыттарҙан һуң байтаҡ ғүмер үтеп киткән, әммә Баныу Ғәбделхәй ҡыҙына уҡыуын тамамлап, яратҡан һөнәрен һайлап, балаларҙы уҡыта башлауына әллә күпме ваҡыт та үтмәгән дә һымаҡ тойола.
Хеҙмәт юлын республиканың Ҡырмыҫҡалы районында башлай, әммә, әсәһе күреү һәләтен юғалтҡас, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға тура килә. Һуңынан Абзай урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләй. Баныу Ғәбделхәй ҡыҙы 35 йыл ғүмерен мәктәпкә, балаларға белем биреүгә бағышлаған. Ижади эшләгән талантлы уҡытыусыны дәрестәрҙә ябай белем биреү алымдары ғына ҡәнәғәтләндермәй. Ул, һүҙ оҫтаһы булғанлыҡтан, дәрестәрҙе ихлас һәм үҙенә генә хас бер илһам менән алып бара, уҡыусылары уның һәр дәресен яратып, көтөп ала, улар дәрестә уйларға, үҙҙәренең уй-фекерҙәрен асып һалырға өйрәнә. Унан һуң яратҡан уҡытыусылары эске бер матурлыҡ, яғымлылыҡ, зыялыйлыҡ, балаларға ҡарата талапсанлыҡ менән бергә ихласлыҡ кеүек сифаттары менән дә айырылып тора. ”Күпме йылдар үтеүенә ҡарамай, һаман да уның дәрестәре бөгөнгөләй иҫемдә. Уның һәр хәрәкәте, һәр һүҙе хәтеремдә уйылып ҡалған”, – тип хәтерләй элекке уҡыусыһы Г. Һаҙыева.
Баныу Ғәбделхәй ҡыҙы эштән буш ваҡытында ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, ул урындағы “Гүзәл” халыҡ театрының талантлы артисткаларының береһе була. Бик күп спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Ауылдаштары уның ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып, ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуя. Был вазифаны 5 йылға яҡын башҡара, әммә яратҡан эше үҙенә тарта һәм ул ҡабаттан уҡытыусы эшенә әйләнеп ҡайта.
Б. Хизбуллина 1986 йылдан бирле хаҡлы ялда. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә кешеләр менән аралашып, әүҙем тормош алып бара. Улы Илшат менән килене Рәхилә әсәләренә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, йыш ҡына ҡустыһы Радиан да уның һаулығы хаҡында ихлас ҡайғыртып, ҡыҙыҡһынып тора. Бындай күркәм һәм оло йәштә иң мөһиме – эргәңдәге яҡын кешеләреңдең ҡәҙер-хәстәрен тойоп йәшәү.


Р. Мухаметова.
(Б. Хизбуллина, 1955 йылғы фотоһүрәт).
Читайте нас: