Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 14:09

ИКЕ ҒҮМЕР, УРТАҠ ЯҘМЫШ

Ошо арала район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбировтың исеменән алтын туйҙарын билдәләүсе Динара Нәжип ҡыҙы һәм Радик Абзал улы Ғилмутдиновтарға (Үрге Ҡыйғы ауылы) юбилей бүләген тапшырҙы.

Ошо арала район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбировтың исеменән алтын туйҙарын билдәләүсе Динара Нәжип ҡыҙы һәм Радик Абзал улы Ғилмутдиновтарға (Үрге Ҡыйғы ауылы) юбилей бүләген тапшырҙы.
Бөгөнгө юбилярҙар ҡасандыр бер мәктәптә уҡыған. Һылыу, етмәһә, уҡыу алдынғыһы Динараға бик күп егеттәр ғашиҡ булып йөрөй, ләкин уның йөрәген спортсы, иң ҡыйыу һәм шаян егет Радик яулай. Мәктәптән һуң ҡыҙ Бөрө педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә, егет хәрби бурысын үтәй, 3 йыл Германияла хеҙмәт итә. Улар хат алышып тора, осрашыуҙы көтөп йәшәй. Әрме хеҙмәтенән һуң Р. Ғилмутдинов Ленинград ҡалаһына Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университетына уҡырға инә. 1969 йылдың алтын көҙөндә күңелле туйҙары уҙа. Динара Нәжип ҡыҙы инглиз теле дәрестәрен алып бара, уҡытыусылар етмәгәнлектән, Үрге Ҡыйғылағы ике мәктәптә лә эшләргә тура килә. Радик Абзал улы 1-се урта мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып урынлаша. Ул үҙе лә еңел атлетика ярыштарында ҡатнаша, ә тәрбиәләнеүселәре 1972 йылда Башҡортостан беренселегендә еңеү яулай. Ошо уҡ йылда районға балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен асырға рөхсәт бирелә. Р. Ғилмутдинов был мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнә. Районда еңел атлетика менән етди шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. “Беҙҙең спортсылар командаһы һәр саҡ йүгереү буйынса призлы урын яулай торғайны. Ә быға оҙайлы һәм көндәлек күнекмәләр иҫәбенә генә өлгәшергә мөмкин. Шуға ла ғаилә мәшәҡәттәренең күпселек өлөшө һәм балаларҙы тәрбиәләү Динара Нәжип ҡыҙының иңдәренә ятты. Ул мине һәр саҡ аңлай һәм ярҙамлаша торғайны,” – ти Радик Абзал улы.
Райондың йәш спортсылары үҙҙәренең алмаштырғыһыҙ тренеры менән илдең төрлө төбәктәрендә уҙған ярыштарҙа ҡатнаша. Уның ҡанаты аҫтында күпме йәш егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың тормошта ла, спортта ла үҙ урындарын табыуын һанап бөтөрлөк тә түгел. Юғары ҡаҙаныштарға ирешкән, спорт менән ғүмерлеккә дуҫлашҡан тәрбиәләнеүселәре уға һаман да рәхмәтле булып ҡала.
Динара Нәжип ҡыҙы инглиз теле уҡытыусыһы ғына булмай, 1-се урта мәктәптә завуч йөгөн дә тарта. Һуңынан 10 йыл 115-се һөнәрселек училищеһы директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны изге күңелле, кешелекле, әҙәпле булғаны өсөн хөрмәт итәләр. Ул һәр баланың күңеленә юл таба белә, уның дәрестәре күптәр өсөн иң яратҡан дәрестәр булып тора. Бер йылда бер класынан 5 уҡыусы сит телдәр факультетына уҡырға инә. Был педагогтың төплө белем биреүе тураһында һөйләй. Күп йыллыҡ һәм намыҫлы эше өсөн Динара Нәжип ҡыҙы “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән.
Ғилмутдиновтар иркен йорт һалып ингән. Балалары Гөлнара, Зөлфиә, Гөлназ, Айгөл һәм Рәүилде бәләкәйҙән үҙаллылыҡҡа, бер-береһенә хәстәрлекле булырға өйрәтеп үҫтергәндәр. Улар спорт менән дә дуҫ: Рәүил еңел атлетика буйынса спорт мастеры разрядына эйә, ҡыҙҙары ваҡытында волейбол, баскетбол менән мауыға.
Бөгөн Динара Нәжип ҡыҙы менән Радик Абзал улы хаҡлы ялда. Яратҡан шөғөлдәре бар – Кесейыҡ ауылында урынлашҡан умарталыҡтарында ваҡыт уҙғарырға яраталар. “Яҙын муйыл ағасы сәскәгә күмелгән, йәйен боланут сәскә атҡан ваҡытта унда иҫ киткес матур. Балды нигеҙҙә үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ өсөн әҙерләйбеҙ. Ҡәйнәмә 95 йәш, ул балһыҙ сәй эсеүҙе күҙ алдына ла килтермәй,” – ти Динара Нәжип ҡыҙы. Был урынды улар тотош ғаиләләре менән үҙ иткән, улдары Рәүил дә бик йыш килеп, умартасылыҡ буйынса ярҙам күрһәтә. Өләсәй менән олатайҙың бөгөн 9 ейән-ейәнсәре, бүләһе һәм бүләсәре бар.
Һиҙелмәйенсә йылдар уҙған, Ғилмутдиновтар, йөрәктәрендәге һөйөү утын һүндермәйенсә, ярты быуатлыҡ ғүмер юлын бергә үткән. Юбилярҙар бөгөн дә йәш сырайлы, теремек, дәртле булып ҡала.


Р. Мөхәмәтова.
С. Исмәғилева фотоһы.
Читайте нас: