Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 13:59

ЯҠШЫ ВОДИТЕЛЬ, ЫШАНЫСЛЫ КЕШЕ

Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығында тырыш һәм эшһөйәр водителдәр эшләй. Уларҙың береһе – Р. Ғималетдинов.

Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығында тырыш һәм эшһөйәр водителдәр эшләй. Уларҙың береһе – Р. Ғималетдинов. Уҙған йылдар эсендә ул йөҙҙәрсә мең километр юл үткән, йөҙҙәрсә мең тонна йөк ташыған.
Рифат Рәфҡәт улы сығышы менән Үрге Ҡыйғы ауылынан. Водитель һөнәрен ағаһы Рәфис Шакиров йоғонтоһонда һайлай. Бензовоз водителе ҡустыларын һәр саҡ үҙе менән юлға алып сыға. “Мине алдына ултырта ла, автомобиль рулен тотоп барам. Минең өсөн машина йөрөтөү ҙур бәхет була торғайны,” – тип хәтерләй Р. Ғималетдинов.
Мәктәпте тамамлағас, “Сельхозтехника” район берекмәһе моторҙар цехына слесарь булып урынлаша. Ике йыл Совет Армияһы сафында Мәскәү өлкәһе Щелково ҡалаһында хәрби элемтәсе булып хеҙмәт итә. Әрменән һуң шофер булырға ҡарар итеп, Мәсәғүт ауылындағы автомәктәпкә уҡырға инә. 1980 йылда район автотранспорт предприятиеһында “ГАЗ-51” йөк автомобиле руле артында эш башлай. Илдең төрлө төбәктәренән йөк ташый. Тырыш һәм эшһөйәр егеткә һуңыраҡ “ГАЗ-53”, артабан инде “ЗИЛ-130” машиналарын ышанып тапшыралар. Оҫта водитель урып йыйыу эштәрендә лә ҡатнаша. Сулея элеваторына ашлыҡ ташый. Йыл һайын уны шәкәр сөгөлдөрөн урып йыйыуға оҙайлы командировкаға ебәрәләр. Ҡыйғы шоферы һәр саҡ хужалыҡ етәкселәренең маҡтау ҡағыҙы менән ҡайта.
1999 йылда, предприятие үҙгәртеп ҡоролоуы сәбәпле, район юл хеҙмәтендә эшләй башлай, “КАВЗ” автобусына, һуңынан тағылмалы “КамАЗ” автомобиленә идара итә. Өс йылдан уға, юл-төҙөлөш материалдарын ташыу өсөн, яңы “КамАЗ”ды ышанып тапшыралар.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рифат Рәфҡәт улы “Башкиравтодор” ААЙ-һының маҡтау ҡағыҙҙары, “Автотранспорт менән йөк ташыу отличнигы”, “Аварияһыҙ эшләгән” өсөн билдәләре менән бүләкләнгән. Бөгөн ул “УАЗ-390945” автомобилендә эшселәрҙе объекттарға йөрөтә. “Уның ҡулдары ла алтын, йөрәге лә алтын. Рифат – ышаныслы, ауыр ваҡытта ярҙамға килеүсән дуҫ,” – ти уның тураһында дуҫтары һәм коллегалары. Бергә дүрт ҡыҙ үҫтергән ҡатыны Фәниә Ғәйфетдин ҡыҙы ла “Алтыным,” – тип йөрөтә уны. Өс ҡыҙҙары хәҙер үҙ ғаиләләре менән йәшәй, кесеһе Диана медицина хеҙмәткәре булырға йыйына.
Ветеран-водитель йырларға ярата. “Йыр менән эшләүе лә еңелерәк, юл да ҡыҫҡараҡ тойола, күңел дә күтәрелә,” – ти ул.


Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: