Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2019, 12:51

МӘКТӘПТӘ ТУҠЛАНЫУ СИФАТЫ НОРМАҒА ЯРАШЛЫ

Район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, район мәғариф чреждениеларындағы туҡланыу сифатын тикшереү комиссияһы мәктәп ашханаларында булып, ...

Район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, район мәғариф чреждениеларындағы туҡланыу сифатын тикшереү комиссияһы мәктәп ашханаларында булып, аҙыҡ блоктарын, аҙыҡ-түлекте һаҡлау урындарын, контроль-үлсәү приборҙары булыуын, бүлмәләрҙәге таҙалыҡты, документтар тейешенсә тултырылыуын тикшерҙе.
Комиссия ағзаларын төп һорау борсоно: мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу ҡағиҙәләре һәм нормативтары үтәләме? Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе, лицейы, Түбәнге Ҡыйғы һәм Солтан ауылдары мәктәптәре ашханаларында боҙоуҙар асыҡланманы, санитар-эпидемиологик талаптар һәм ҡағиҙәләр үтәлә. Аҙыҡ-түлек яңы килтерелгән, әҙер блюдоларҙың пробаһы алына һәм 48 сәғәт дауамында айырым һыуытҡыстарҙа һаҡлана.
Һәр ерҙә лә балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып 10 көнлөк меню төҙөлгән. Уҡыусыларҙы көнөнә ике тапҡыр ашаталар (иртәнге аш һәм 3 сәғәттән төшкө аш). Ата-әсәләр бер балаға көнөнә 28 һум түләй. Ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр өсөн көнөнә 45 һум, сәләмәтлектәре сикле балалар өсөн 100 һум бүленә.
Быйыл мәктәптә туҡланыуҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн 2,2 миллион һум тотонолған. Аҙыҡ блоктары яңы технологик һәм һыуытыу ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Һөт рызыҡтары ит ризыҡтарынан айырым һаҡлана. Һәр һыуытҡыста һаҡлау температураһын күҙәтеү өсөн термометр, складтарҙа дымлылыҡты күрһәтеүсе приборҙар бар.
Мәғариф учреждениеларында балаларҙы дөрөҫ туҡландырыу тураһында аңлатыу эше алып барыла. 2019–2020 уҡыу йылына район мәғариф ойошмалары уҡыусыларында сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтен булдырыу курсы программаһы буйынса сентябрҙә 1–11 кластар уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән саралар уҙғарылған.
Күргәҙмә материалдар ҡулланып, тематик сәғәттәр, әңгәмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелгән.
Ата-әсәләрҙә балалар туҡланыуының әһәмиәте тураһында дөрөҫ ҡараш булдырыу маҡсатында ата-әсәләр йыйылыштарының тематикаһы билдәләнгән: “Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәт бала”, “Ата-әсәләргә – баланың сәләмәт туҡланыуы тураһында” һ.б.
А. Ғәйфуллин, комиссия рәйесе;
И. Һаҙыев, комиссия рәйесе урынбаҫары;
рейд ағзалары:
Р. Хажиева, мәғариф бүлеге технологы;
А. Вәлиева, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкиле;


Л. Саҙретдинова, “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите хәбәрсеһе. Автор фотоһы.
Читайте нас