Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2019, 12:55

МОСТАЙ МЕНӘН БӘХЕТЛЕ МИНУТТАР

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуын байрам иткән көндәрҙә был һоҡланғыс кеше менән осрашҡан, аралашҡан бәхетле минуттар иҫкә төшә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуын байрам иткән көндәрҙә был һоҡланғыс кеше менән осрашҡан, аралашҡан бәхетле минуттар иҫкә төшә.
Алыҫ 1974 йылдың октябрь көнөндә Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенә ҡунаҡҡа шағирҙар һәм яҙыусылар, шул иҫәптән Мостай Кәрим килде. Хәтерләүемсә, ул күп һөйләмәне, ләкин үҙенең һүҙҙәре менән һәләтле йәштәрҙе ижад итергә илһамландырҙы. Һуңынан бер нисә шиғырын уҡыны. Миңә айырыуса “Ҡоштар осорам” шиғыры оҡшаны. Унда автор үҙенең тирә-яҡтағы кешеләргә мөнәсәбәтен сағылдыра. Ул һәр кем өсөн ҡош рәүешендә ярҙам ебәрә. Ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәргә – азатлыҡ символы ҡарағошто, сирлеләргә – оҙон ғүмер юраусы кәкүкте, көткәндәргә – хәбәр килтереүсе аҡ күгәрсенде, юлдағыларға – торнаны, ғашиҡтарға һандуғасты юллай. Шағирҙың һәр нәмәгә битараф булғандар өсөн генә бер ниндәй ҡошо юҡ. Был шиғыр юлдарында ҙур фәлсәфә һәм тәрбиә ята. Ошо осрашыу тураһында иҫтәлек итеп Мостафа Сафа улы автограф ҡуйған “Ҡара һыуҙар” поэмаһын һаманғаса ҡәҙерләп һаҡлайым.
1975 йылдың 1 ноябрендә Өфө ҡалаһында Киров урамының 15-се бинаһында китап күргәҙмәһе асылды. Билдәле әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар килде. Күргәҙмәне асыу тантанаһынан һуң шағирҙар Мостай Кәрим, Роберт Паль, драматург Ибраһим Абдуллин, яҙыусы Азат Мағазов, йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин, боҙҙағы мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадыров йәштәр менән осрашты. Улар йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, шиғырҙар уҡыны, яңыраҡ баҫылған әҫәрҙәре тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Шул саҡ Мостай Кәрим эргәһендә ултырған Мәғәфүр Хисмәтуллинға ҡарап алды һәм залға күҙ ҡыҫып, “Беҙ бөгөн китаптар байрамында ҡунаҡта. Мәжлестә әңгәмә генә алып бармайҙар, йырлайҙар ҙа. Ниңә әле беҙҙең “һандуғасыбыҙ” тын ҡалған?” – тине. Мәғәфүр ағай: “Мин ҡаршы түгел, ләкин аккомпаниатор юҡ бит,” – тип яуапланы. “Ҡәҙерле Мәғәфүр, тыйнаҡланма. Баянһыҙ ҙа бик матур йырлағаныңды барыһы ла белә,” – тине шағир. Залдағылар барыһы ла ҡул сабырға тотондо. Мәғәфүр Хисмәтуллин “Китмә, китмә, һандуғас” йырын башҡарҙы.
Ошондай минуттарҙы оноторға буламы һуң?! Сара ахырында беҙ иҫтәлеккә фотоға төштөк. Был фото минең шәхси альбомымда иң ҡәҙерлеләр иҫәбендә.
Бөйөк шағир менән тағы ла бер нисә осрашыу минең хәтеремдә һаҡлана. Әсхәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклен комиссия менән ҡабул иткән ваҡытта Мостай Кәрим бик ипле формала Башҡорт дәүләт драма театры артистарына һәм режиссерға үҙ иҫкәрмәләрен һәм теләктәрен еткерҙе. Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү көндәрендә Мостафа Сафа улы Мәскәүҙән килгән юғары ҡунаҡты – билдәле балалар яҙыусыһы, СССР-ҙың һәм РФ-ның Гимндары авторы Сергей Михалковты оҙатып йөрөнө.
1993 йылда Тажикстандағы 20-се Мәскәү сик буйы заставаһына мөжәһиттәр һөжүм итте. Бик күп ҡорбандар булды. Шул иҫәптән беҙҙең республиканан хеҙмәт итеүсе егеттәр ҙә зыян күрҙе. Шул саҡ Башҡортостандағы хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү комитеты яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙы һәм тажик-афған сигенә сәфәр ойошторҙо. Комитеттың Ҡыйғы бүлексәһе лә был эштән ситтә ҡалманы. Мин Өфөгә йөктө илтеп ҡуйҙым, һуңынан комитет рәйесе В.Ф. Семарчуктың йөкләмәһен үтәп, яугирҙәргә яҙма мөрәжәғәт алыу өсөн, Мостай Кәримдең фатирына юлландым. Тексты алғас, мин үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмағаны, “Һалдаттарға – һалдат теләктәре” хатын әҙерләгәне өсөн Мостафа Сафа улына рәхмәт белдерҙем. “Улар бит йәш кенә егеттәр, уларға ярҙам кәрәк, – тип яуапланы М. Кәрим. – Мин уларҙы бик яҡшы аңлайым… Үҙем дә – һуғыш утын үткән ҡарт һалдат”. Ул мине баҫҡыс майҙансығына тиклем оҙатып сыҡты һәм комитет ағзаларына уңышлы эш теләне. Һуңыраҡ был хат “Ғәҙеллек өсөн көрәш” китабына индерелде (Өфө, 2005. 50-се бит). Унда ошондай һүҙҙәр бар:
“… Ҡайҙан ғына булһағыҙ ҙа – Ағиҙел йә иһә Яйыҡ, Дим йә иһә Танып, Һаҡмар йә иһә Ыҡ, Ҡариҙел йә иһә Ҡыҙыл буйынанмы – һеҙ барығыҙ ҙа Башҡортостан улдары. Минең ейәндәрем. Мин һеҙҙең менән ғорурланам: алыҫ һәм яҡын ата-бабаларыбыҙҙың хәрби традицияларына тоғро ҡалып, үҙ хәрби бурысығыҙҙы намыҫлы үтәйһегеҙ, хәрби антығыҙға тоғро ҡалаһығыҙ. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең турала уйлайбыҙ, борсолабыҙ. Ҡыйыу һәм батыр булығыҙ, ләкин дыуамаллыҡ һәм аҡылһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ. Башҡортостанда татыулыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә. Бында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар. Һеҙҙе беҙҙең һөйөүебеҙ һаҡлап йөрөтһөн. Барығыҙ ҙа иҫән-һау һәм иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙҙең Мостай Кәрим. 10. ХI. 1994 йыл”.
2000 йылдың 26 апрелендә Башҡорт опера һәм балет театрында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың иҫтәлегенә кисә уҙғарылды. Был сараға беҙ ҙә – “Мираҫ” республика татар милли-мәҙәни үҙәге ағзалары ла саҡырылдыҡ. Фойела Фәриҙә апай Ҡудашеваны уратып алдыҡ. Һөйләшеүгә Мостай Кәрим дә килеп ҡушылды. Йыйылыусылар араһында “Мираҫ” үҙәге ағзалары булыуын белгәс, “Һеҙ гәзит эсендә гәзит донъя күрә башлауына өлгәштегеҙ (ул саҡта “Кызыл Таң” гәзитендә ай һайын “Мираҫ” бите сыға торғайны – А.Р.). Тематикаһы ҡыҙыҡлы һәм актуаль. Материалдары йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы. Онотолған исемдәр кире ҡайтарыла. Ҡыҫҡаһы, яҡшы һәм изге эш эшләйһегеҙ. Афарин. Уңыштар һеҙгә!” – тине ул. Ошолай итеп шағир беҙгә фатиха бирҙе, эшебеҙҙе баһаланы һәм яңы эҙләнеүҙәргә илһамландырҙы.
Мостафа Сафа улы – изге күңелле һәм иғтибарлы әңгәмәсе, төптән уйлаусан, бай тормош тәжрибәһенә эйә йәмәғәт эшмәкәре, шағир, прозаик, дараматург, педагог һәм Кеше – һәр саҡ кешеләр араһында һәм кешеләр менән булды.


Рәмил Асҡаров,

тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Фотала : 1975 йылдың 1 ноябре, китап күргәҙмәһен асыу мәле.
Читайте нас: