Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2019, 13:03

ОНЛАЙН-КАССАЛАР ИНДЕРЕЛЕҮЕ БИЗНЕСҠА ЙӨКЛӘМӘНЕ КӘМЕТӘ

Башҡортостан Республикаһы һалым органдары кассалар реформаһының өсөнсө этабын тамамланы.

Башҡортостан Республикаһы һалым органдары кассалар реформаһының өсөнсө этабын тамамланы. Контроль-касса техникаһы хужалары иҫәбенә ялланма хеҙмәткәрҙәре булған хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе, ялланма хеҙмәткәрҙәре булмаған кесе сауҙа өлкәһе һалым түләүселәре ҡушылды.
Онлайн-кассалар бизнес мөхитенә һалым йөкләмәһен арттырмайынса индерелде. Нәҡ табышты иҫәпләүҙең яңы технологиялары бер нисә мөһим законды ғәмәлгә индерергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, хөкүмәт 2020 йылдан онлайн-кассалар файҙаланған һалым түләүселәр өсөн һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса отчет биреүҙе ғәмәлдән сығарасаҡ. Йәғни һалым түләүсе квартал һайын отчет тапшырыу бурысынан азат ителә. Онлайн-кассалар ҡулланылыуы айырым режимдарҙа һалым тикшереүҙәрен кәметә аласаҡ. Идара итеүҙең контактһыҙ алымдары ярҙамында онлайн-кассалар һалым һалыуҙың яңы режимдарын булдырыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ.
Һалым түләүселәрҙең күбеһе яҡшы аңлай: онлайн-кассалар ҡулланылыуын контролләүҙе күҙәтеү, шул иҫәптән һатып алыусылар менән иҫәп-хисап нигеҙҙә ҡулаҡсаға башҡарылған өлкәләрҙә, закон боҙоусыларҙы үҙ һалым йөкләмәләрен кәметеү һәм, намыҫлы һалым түләүселәр менән сағыштырғанда, конкурент өҫтөнлөк алыу мөмкинлегенән мәхрүм итә.
Шулай ҙа аҡсалата операцияларҙың асыҡтан-асыҡлығын тәьмин итеүсе кассаларҙы ҡулланырға теләмәүселәр ҙә табыла. 2019 йыл дауамында республика һалым органдары касса техникаһын ҡулланыу тураһында законды боҙған меңәрләгән һалым түләүсене административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Иң күп боҙоуҙар кесе сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә асыҡланды, Интернет-сауҙа өлкәһе лә проблемалы булып ҡала.
Бизнес өсөн тиң конкуренция шарттары булдырыу маҡсатында һалым органдары артабан да контроль-касса техникаһын ҡулланмаған, ошоноң менән БР-ҙа сәләмәт эшлекле мөхит булдырыуға ҡаршылыҡ тыуҙырған һалым түләүселәрҙе тикшереүҙе дауам итәсәк.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.
Читайте нас: