Өлкән быуын ҡыйғылар заманында Ҡыйғы автотранспорт предприятиеһының ниндәй ҡеүәтле ойошма булыуын, күпме йөк һәм пассажирҙар ташыуын яҡшы хәтерләй. Ләкин 90-сы йылдарҙа ил өсөн ҡатмарлы осор башланды, күпселек предприятиелар, шул иҫәптән Ҡыйғы АТП-һы үҙгәртеп ҡоролдо.
Предприятиеның “вариҫы” булып Мәсәғүт АТП-һы ҡарамағындағы Ҡыйғы автоколоннаһы тора. Бөгөн автовокзал эшләй, унан билдәле көндәрҙә өс маршрут буйлап автобустар рейсҡа сыға: Алағуз–Үрге Ҡыйғы, Йосоп–Үрге Ҡыйғы һәм Ҡолбаҡ–Үрге Ҡыйғы. Ошо көндәрҙә яңы Үрге Ҡыйғы–Иҫке Мөхәмәт–Йүкәлекүл маршрутын эшләтеп ебәрергә ниәтләйҙәр. Бынан тыш, автовокзалдан “А. Ғәлиәскәров” шәхси предприятиеһы ҡала-ара автобустары ҡуҙғала, транзит рейстар туҡтала. Автоколоннаның эше уның хеҙмәткәрҙәренең тырышлығына нигеҙләнгән. Кескәй коллектив Ҡыйғы АТП-һында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүсе водителдәрҙе туплаған. Уларҙың барыһы ла үҙ эшен ярата һәм предприятиеның ысын патриоттары булып тора.
Пассажирҙар транспортында эшләүсе водителдәрҙең хеҙмәте ни тиклем ауыр булыуын барыһы ла аңлап бөтәме икән? Автобус водителе Латифйән Закиров хеҙмәт юлын 1978 йылда Киров исемендәге совхозда башлаған. Оҙаҡ йылдар тыуған совхозында эшләй, совхоз тарҡалғас, яңы эш эҙләргә тура килә. 8 йыл элек Ҡыйғы автоколоннаһына килеп урынлаша. Ул үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй, автобустарҙың техник төҙөлөшөн яҡшы белә, шунлыҡтан иптәштәре уны бригадир итеп һайлаған. Алфир Усманов та күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә, тиҫтәләрсә йылдар эшләү осоронда үҙ һөнәрен бар күңеле менән үҙ иткән. Ошо йылдар эсендә үҙен яуаплы, оҫта водитель, ярҙамсыл, ышаныслы иптәш итеп күрһәткән. Күптән түгел производство алдынғыһын Өфө ҡалаһындағы баш предприятиеға саҡырып алғандар, хәҙер уның фотоһы “Башавтотранс” ДУП-ының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре Почет таҡтаһында тора. Водителдәр Нәжжәт Мөхәмәҙиев менән Раил Ғәлимов та оҙаҡ йылдар тырышып эшләй.