Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2019, 13:55

Конкурс йәнә старт алды!

Башҡортостан Республикаһында Урындағы инициативаларҙы хуплау буйынса проекттар конкурсы сираттағы тапҡыр башланды.

Башҡортостан Республикаһында Урындағы инициативаларҙы хуплау буйынса проекттар конкурсы сираттағы тапҡыр башланды.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралыҡ начальнигы Моратова Гөлфира Ғәфүр ҡыҙы әйтеүенсә, алдағы йылда муниципалитеттарҙың еңеүселәр иҫәбенә инеү мөмкинлеге күберәк буласаҡ, сөнки конкурс проекттарын һайлап алыу критерийҙарына проектта ҡатнашыусылар файҙаһына үҙгәрештәр индерелгән. Шул уҡ ваҡытта проекттың маҡсаты элеккесә ҡала – граждандарҙың финанс яҡтан ҡатнашыуы кимәлен күтәреү генә түгел, халыҡтың гражданлыҡ әүҙемлеге кимәлен арттырыу. Район йә иһә ауыл халыҡтың үҙенең ҡатнашлығынан тыш үҫешә алмай.
Беҙ граждандарҙы, йәмәғәт һәм коммерция ойошмаларын, фермер хужалыҡтарын, шәхси эшҡыуарҙарҙы ауылдарҙа өҫтөнлөклө проекттарҙы һайлау буйынса алдан уҙғарылған һәм йомғаҡлау йыйылыштарында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект типологияһы түбәндәге исемлекте үҙ эсенә ала:
Башҡортостан Республикаһы ҡала йә иһә ауыл биләмәләре, муниципаль райондарының түбәндәге йәмәғәт инфраструктураһы объекттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән, урындағы әһәмиәткә эйә проекттар (шул иҫәптән төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙы талап итмәгән төҙөлөш һәм реконструкция эштәре; техник ҡайтанан йыһазландырыу, капиталь ремонт, капиталь төҙөлөш объекттарын ремонтлау; ҡорамалдар, техника һатып алыу):
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары, шул иҫәптән электр, йылылыҡ, газ һәм һыу менән тәьмин итеү, бысраҡ һыуҙарҙы сығарыу, халыҡты яғыулыҡ менән тәьмин итеү, төҙөкләндереү объекттары (шул иҫәптән урамдарҙы яҡтыртыу), ҡаты коммуналь/көнкүреш ҡалдыҡтарын һәм сүп-сарҙы йыйыу (шул иҫәптән бүлеп йыйыу) объекттары;
янғын хәүефһеҙлегенең тәүге сараларын тәьмин итеү өсөн объекттар;
халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе хеҙмәттәре менән тәьмин итеү объекттары;
уйын майҙансыҡтары;
китапханалар системаһы учреждениелары;
мәҙәниәт учреждениелары;
мәғариф учреждениелары;
мәҙәни мираҫ объекттары;
физик культура һәм күмәк спорт объекттары;
халыҡтың күпләп ял итеүе урындары;
күмеү урындары;
ҡала һәм ауыл биләмәләренең, муниципаль райондарҙың ярашлы муниципаль берәмектәр милекселегендә булған башҡа төр йәмәғәт инфраструктураһы объекттары.
2019 йылда бойомға ашырылған проекттарҙың дөйөм хаҡы 5 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Әлеге ваҡытта 7 ауыл биләмәһендә проекттар тулыһынса тамамланған, икеһендә тамамланыуға яҡынлаша.
Читайте нас: