Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2019, 16:23

Республикала һалым түләү осорона бәйле һалым инспекцияларының эш ваҡыты үҙгәрҙе

Башҡортостанда һалым түләү ваҡыты яҡынлашып килеүгә бәйле һалым инспекцияларының эш ваҡыты үҙгәрҙе. Федераль һалым хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 ноябрҙән улар эш көндәрендә – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә, ноябрҙең икенсе һәм дүртенсе шәмбеһендә сәғәт 10-дан 3-кә тиклем эшләй.

2018 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләү ваҡыты яҡынлашыуға бәйле эш сәғәттәре оҙайтыла. Эш көндәрендә халыҡты киске сәғәт 8-гә хәтлем ҡабул итәләр. Инспекция етәкселәре шәхси ҡабул итеү ваҡытын да арттырҙы.
Башҡортостанда йыл һайын «бәхет хаттары» — фатирға, шәхси йортҡа, ер участкаһына һәм автомобилгә һалым түләү өсөн белдереүҙәр һәм квитанциялар таратыла. Быйыл ҡануниәттә нимә үҙгәрҙе, һалымды нисек түләү уңайлыраҡ — «Башинформ» агентлығы мәҡәләһендә.
Материал сығанағы http://www.bashinform.ru/bash/1371040/

Читайте нас: