Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2019, 14:06

Урамдар кисен дә, төндә лә яҡты

Район үҙәгендә урамдарҙы яҡтыртыу ҡорамалдарына капиталь ремонт яһалды.

Район үҙәгендә урамдарҙы яҡтыртыу ҡорамалдарына капиталь ремонт яһалды.
Үрге Ҡыйғы ауылының Баҫыу, Фәйрүзов, Әй, Сәскә, Урал, Болон, Рәсәй, М. Сәхәүетдинова урамдарында “Д.М. Яҡупов” шәхси предприятиеһы (Өфө ҡалаһы) хеҙмәткәрҙәре тарафынан яҡтыртҡыстар менән 16 яңы тимер бағана ултыртылған. Ауылдың башҡа урамдарында 25 яңы яҡтыртҡыс ҡуйылған.
Үрге Ҡыйғы ауыл Советы заявкаһы буйынса “ГипЭлектро” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре яҡтыртҡыстарҙы алмаштыра, иҫәп приборҙарын урынлаштыра.
Мастер-энергектик Ф. Сәғәҙиев әйтеүенсә, “Светодиод яҡтыртҡыстар оҙаҡ, яҡынса 50000 сәғәт хеҙмәт итә. Улар яҡшы яҡтырта һәм энергияны аҙ файҙаланыу иҫәбенә экономиялы”.


Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: