Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнө – халҡыбыҙ тарихында ҡайғылы дата. Ул беҙгә үҙ халҡына ҡаршы сығырға бөтөнләй йыйынмаған яҡшы кешеләрҙең аяуһыҙ ғәҙелһеҙлек һөҙөмтәһендә ҡырылыуы, уларҙың ғаиләләре ыҙаланыуы тураһында иҫкә төшөрөп тора. Йылдар уҙа тора, ул ҡайғылы ваҡиғаларҙың шаһиттары кәмей бара. Ләкин ғәйепһеҙгә яфа сиккән кешеләрҙең һөйләгәндәре уларҙың яҡындары һәм туғандары хәтерендә һаҡлана, быуындан-быуынға тапшырыла килә.
Дүшәмбикә ауылында эшһөйәр һәм тыйнаҡ хеҙмәт ветераны Йәнбикә Хәләф ҡыҙы Хилажева йәшәй. Уға яҙмыш ҡушыуы буйынса 1941 йылда Кемерово өлкәһе Прокопьевск ҡалаһында һөргөндә тыуырға насип була. Бында атаһы Хәләф Ғөбәйҙулла улы һәм әсәһе Йәнифә 1931 йылда административ тәртиптә ебәрелгән була. Үҙәк башҡарма комитетының һәм Халыҡ комиссарҙары советының 1930 йылдың 1 февралендәге “Тотош коллективлаштырыу райондарында ауыл хужалығын социалистик үҙгәртеп ҡороуҙы нығытыу һәм сауҙагәрҙәргә ҡаршы көрәш буйынса саралар тураһында” ҡарарына ярашлы, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан эшһөйәр колхозсы Хәләф Ғөбәйҙулла улы (1908 йылғы) икенсе категория кулак тип иғлан ителә (дәүләт архивынан документтарҙы ейәнсәре, БДПУ студенткаһы Алһыу Шәрәфетдинова таба). Ағаһы Сибәғәттең ғаиләһе лә һөргөнгә ебәрелә. Аталары Ғөбәйҙулла Йосоп улы Вәлиуллинға ҡарата власть әһелдәре аяуһыҙ ҡарар сығара. Ул 1930 йылдың 19 июнендә ҡулға алына һәм 58-2, 58-10 статьялар буйынса ғәйепләнеп, РСФСР Хөкөм кодексының 58-се статьяһы буйынса (контрреволюцион сығыштар) иң ҡаты язаға тарттырыла. Уның өйө һәм барлыҡ мөлкәте конфискациялана, үҙе 1931 йылдың 5 ғинуарында атыла (1989 йылдың 18 майында аҡлана).
1937 йылда ҡустыһы Зәйнулланы ла ҡулға алалар һәм 58-8, 58-11, 58-14 статьялар буйынса ғәйепләп, 10 йылға иркенән мәхрүм итәләр (1958 йылдың 16 декабрендә реабилитациялана).
Йәнбикә Хәләф ҡыҙы ошолай тип иҫкә ала: “Тәүҙә беҙ землянкаларҙа йәшәнек, һуңыраҡ һөргөндәгеләр, шул иҫәптән минең атайым барак һалды. Беҙ йәшәгән урында иң мөһим кеше булып комендант иҫәпләнде, олораҡ ғаилә ағзалары көн һайын уның эргәһенә комендатураға барып теркәлеп китергә тейеш ине. Бер кемгә лә территориянан рөхсәтһеҙ сығырға ҡушылманы, кемдер ҡыйыулыҡ итһә, карцерға ултыртырҙар ине. Минең ата-әсәйем күмер шахтаһында эшләне. Әсәйем вагонетка менән күмер ташыһа, атайым менән Сибәғәт бабайым шахтала забойсылар булып эшләнеләр. Хеҙмәт өсөн хәүефһеҙ шарттар булдырылмағанлыҡтан, шахтала йыш ҡына авариялар ҙа була торғайны. Бер мәл забой емерелеп, атайым менән бабайым ер аҫтында ҡалды. Бәхеткә, уларҙы ҡаҙып сығара алдылар, ләкин ныҡ ҡына зыян күргәйнеләр. Уларҙы еңелерәк эшкә күсерҙеләр, атайымды – ағас бысылған урынға ҡарауылсы, ә бабайымды йөксө итеп тәғәйенләнеләр”.
Һөргөндәге ваҡиғаларҙың шаһитына ул йылдарҙы иҫкә алыу бик ауыр. Аслыҡ-яланғаслыҡтан, ауыр эштән һәм йоғошло ауырыуҙарҙан тотош ғаиләләр ҡырыла. Йәнифә һәм Хәләф Вәлиуллиндарҙың 11 балаһының дүртеһе генә иҫән ҡала: ҡыҙҙары Йәнбикә, улдары Абдулҡәбир, Рәүил һәм Хәбир. Һөргәнгә ебәрелгәндәр араһында уҡытыусылар ҙа була, улар ярҙамы менән Йәнбикә урындағы мәктәптә яҡшы белем ала.
Һөргөндә ғаилә 1954 йылғаса йәшәй (И.В. Сталин үлгәндән һуң арестанттарға өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт итәләр).
“Башҡортостанға ҡайтҡас, мин леспромхоз пекарняһына эшкә урынлаштым, ләкин ике йылдан уны яптылар. Мине урындағы почта бүлексәһенә хат ташыусы итеп ҡабул иттеләр. Ҡышҡы көндәрҙең береһендә, гәзит таратып йөрөгәндә, ҡар көрәүсе бер егеткә тап булдым. Ул алыҫ Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылынан ҡунаҡҡа килгән Дамир Хилажев ине,” – тип һөйләй яҙмам героиняһы, уйҙарында йәшлегенә әйләнеп ҡайтып.
Ҡыйғы егете ҡыҙҙың матурлығына һәм һомғоллоғона хайран ҡала. “Мин уға өйләнәм. Унан башҡа ҡайтмаясаҡмын,” – тип белдерә Дамир әсәһенә һәм туғандарына. Өс айҙан ул өйөнә ҡара күҙле, һомғол буйлы Бөрйән һылыуын алып ҡайта. Йәш килен тырыш һәм эшһөйәр ҙә булып сыға. Хилажевтар колхоз умарталығында намыҫлы эшләй, район умартасылар конкурстарында еңеү яулайҙар. Татыу ғүмер итеп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлфиә, Дания, Зөлфиә – педагогтар, улдары Дильнар – нефтсе. Балалары һәм ейәндәре йыш килеп, ярҙамлашып тора.
Үкенескә ҡаршы, Дамир Шәфи улы алты йыл элек баҡыйлыҡҡа күсә. Бөгөн Йәнбикә апай үҙе генә йәшәй, барлыҡ йорт эштәрен үҙ аллы башҡарырға тырыша. Гәзит-журналдар уҡый, Ҡөрьәнде өйрәнә, ғәйепһеҙгә үлтерелгәндәр рухына бағышлап доғалар уҡый һәм ул ҡурҡыныс замандарҙың башҡаса бер ҡасан да ҡабатланмауын теләй.