2020 йылдың октябрендә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алдағы йылдың мөһим сараларының береһе булып торасаҡ. Халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса эш календарь планға ярашлы бара.
Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең ултырыштар залында 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса комиссияның сираттағы өсөнсө ултырышы үтте. Ултырышҡа ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм комиссияның ағзалары саҡырылды.
Ултырышты халыҡ иҫәбен алыу буйынса комиссия рәйесе А. Ғәйфуллин алып барҙы. Ул иҫәп алыуҙы уҙғарыу буйынса тәҡдим ителгән эштәр исемлегенең үтәлеше тураһында мәғлүмәт бирҙе. Регистраторҙарҙың ауылдарҙағы картографик материалды актуалләштереү буйынса эше һөҙөмтәләре тураһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса вәкил сығыш яһаны.
2019 йылдың авгусында регистраторҙар барлыҡ 39 ауылды һәм 7 меңдән ашыу объектты йөрөп сыҡты. 102 яңы һалыныусы өй асыҡланған. Уларҙың 87-һе – Үрге Ҡыйғы ауылында, ҡалған 15-е – башҡа ауылдарҙа. Буш ер участкалары – 92, янған өйҙәр – 35, һүтеп алынған йорттар – 214. Уларҙың барыһы ла регистраторҙар тарафынан картографик материалда билдәләнде. Үрге Ҡыйғы ауылы буйынса картаға шулай уҡ 2 яңы микрорайон индерелде.
Киләһе бурыс булып урам исемдәре, йорттар һәм фатирҙар һандары күрһәткестәре булыуын тикшереү, урамдар һәм подъездар яҡтыртылыуын тәьмин итеү тора.
Урамдар киҫешкән ерҙә урынлашҡан барлыҡ йорттарҙа урам, тыҡрыҡ йә иһә майҙан исеме аныҡ яҙылған күрһәткес булырға тейеш. Һәр йортта аныҡ номер билдәһе булыуы мотлаҡ. Күп фатирлы йорттарҙа подъезд ишектәрендә фатирҙар номеры күрһәтелергә, һәр фатир аныҡ номерға эйә булырға тейеш. Адрес хужалығындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш алып барыла. Дүшәмбикә һәм Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәләрендә яңы номер билдәләре ҡуя башланылар. Йыланлы ауыл биләмәһендә адрес хужалығында етешһеҙлектәр юҡ. Арыҫлан һәм Ләүзә ауыл биләмәләрендә адрес хужалығының 50 проценты яңыртыуҙы талап итә. Үрге Ҡыйғы ауылында яңы микрорайондарҙағы һәм Тау аҫты урамындағы йорттарҙа номер билдәләре юҡ.
Район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы ауыл биләмәләре араһында “2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса әҙерлек эштәрен иң яҡшы ойошторған өсөн” конкурсы үткәреләсәк.
Д. Ибәтуллина, Ҡыйғы районындағы халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса вәкил.
ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ ЛОГОТИБЫ РАҪЛАНДЫ
Был геральдик билдә сараның дөйөм милли масштабын сағылдыра, милли берҙәмлек һәм Рәсәйҙең территориаль берлеге идеяһын еткерә. Улар схематик төшөрөлгән, ҡулға-ҡул тотоношҡан кешеләр, шулай уҡ география фәнендә ҡабул ителгән 4 төҫ аша асып һалына. Күк төҫ – диңгеҙҙәрҙе, ҡыҙыл – тауҙарҙы, һары – далаларҙы, йәшел урмандарҙы белдерә. 2020 һаны эмблеманың бер өлөшө булып тора. Ул бер-береһе менән актуаль мәғлүмәтте уртаҡлашҡан кешеләрҙе символлаштыра.
Алда көтөлгән иҫәп алыу цифрлы буласаҡ. Тимәк, кешеләр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙҙәре тултыра аласаҡ, өҫтәүенә, үҙҙәре өсөн генә түгел, ғаилә ағзалары өсөн дә. Интернет-иҫәп алыуҙы шулай уҡ Күп функциялы үҙәктә үтергә мөмкин. Бынан тыш, иҫәп алыусылар ҡағыҙ бланкылар урынына планшеттар файҙаланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта иҫәп алыусылар өйҙәргә килеп, барыһының да Интернет-иҫәп алыуҙы үткәнме икәнлеген асыҡлаясаҡ. Әгәр ҙә юҡ икән, һорауҙарға яуаптар теркәп алынасаҡ.