Дүшәмбикә ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған аҙналыҡ үтте.
Байрам алдынан барлыҡ кластарҙа тематик класс сәғәттәре уҙғарылды. Г. Әхмәтйәнова уны “Башҡорт мәҙәниәте һәм уның традициялары” темаһына үткәрҙе. Ул Башҡортостаныбыҙҙың нимә менән дан тотоуы һәм ғорурланыуы тураһында бәйән итте. Башҡорттарҙың декоратив-ҡулланма сәнғәт төрҙәре араһында халыҡ орнаменты бик популяр булып тора. Уҡыусылар алдан әҙерләнгән шаблондар ярҙамында тирмә макетын яһаны, башҡорт орнаменты элементтарын файҙаланып, үҙ уникаль биҙәктәрен төшөрҙө. 6–9 кластар уҡыусылары Д. Ракшин исемендәге район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙы, хеҙмәт ветерандары Д. Кирханов һәм М. Шәйкамалов менән осрашты.
5 октябрҙә уҡыусылар “Йәшел патруль” өмәһендә ҡатнашты, мәктәп эргәһендә ағастар ултыртты. Айырыуса 4-се класс уҡыусылары айырылып торҙо. Шулай уҡ мәктәптә “Республика көнө” темаһына һүрәттәр конкурсы уҙғарылды. Иң яҡшы эштәр “Сәскә ат, тыуған яғым!” район конкурсына тәҡдим ителәсәк.
Рус теле уҡытыусыһы Э. Камаева, туған тел уҡытыусыһы Г. Низамова етәкселегендә “Республикама дан йырлайым!” иншалар конкурсы үтте. Унда 6-сы класс уҡыусыһы Р. Хафизованың ижади эше еңеү яуланы.
Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың күбеһе шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашты, тыуған яҡ тураһында шиғырҙар уҡыны. Мәктәп китапханаһында “Тыуған яғым – Башҡортостан” темаһына китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ф. Мирғәлина менән Г. Мөхәмәтдинова оло датаға арналған сара үткәрҙе, республиканың 100 йыллығына бағышланған презентация менән таныштырҙы.