Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2019, 19:40

Район энциклопедияһы донъя күрәсәк

Ҡыйғы районы энциклопедияһын сығарыуға әҙерлек бара.

ҮТКӘНДӘР ҺӘМ БӨГӨНГӨНӨҢ САҒЫЛЫШЫ

Ҡыйғы районы энциклопедияһын сығарыуға әҙерлек бара.

Район хакимиәте башлығының ҡарары менән Ҡыйғы районы энциклопедияһын баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ошо маҡсатта эш төркөмө төҙөлгән, материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү буйынса эш планы раҫланған. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошма-учреждениелар етәкселәренә, йәмәғәт берекмәләре, коммерцион булмаған ойошмалар вәкилдәренә кәрәкле мәғлүмәтте йыйыуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителгән.

Был эштең әле ниндәй этапта булыуы тураһында беҙгә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ю. Ғәйфуллин бәйән итте:

– Әлеге ваҡытта райондың үткәне һәм бөгөнгөһө, уның билдәле кешеләре тураһында киң белешмәләр туплаған баҫмаға ихтыяж бар. Барлыҡ мәғлүмәттәр юғалмаҫ элек, ауыл советтары, ауылдар, эре предприятие-ойошмалар тарихын тергеҙергә кәрәк. Өҫтәүенә, 2020 йылда мөһим дата – райондың 90 йыллығы көтөлә.

Энциклопедияны әҙерләү – бик яуаплы һәм сетерекле эш. Был йүнәлештә 2019 йылдың ғинуарында эш башланды. Уға район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре, район архивы һәм музейы, ЗАГС бүлексәһе белгестәре ҡушылды. Әлеге көндә 1200 мәҡәлә әҙерләнгән. Баҫмала бөтәһе райондың тәбиғәте, халҡы, иҡтисады, мәҙәниәте, тарихы, шулай уҡ төрлө өлкәләрҙә тәрән эҙ ҡалдырған яҡташтарыбыҙ тураһында 1500-ләп мәҡәлә буласаҡ.

Дизайнын һәм полиграфик биҙәлешен ҡарағандан һуң 2020 йылдың майына энциклопедия әҙер булырға тейеш, уны 2020 йылдың октябренә баҫтырып сығарыу планлаштырыла.

Ҡыйғы районы энциклопедияһы, ысын мәғәнәлә, коллектив ижад булырға тейеш. Уны төҙөүҙә тыуған яғыбыҙ тарихына һәм бөгөнгөһөнә битараф булмағандарҙың барыһының да ҡатнашыуы мөһим.

Хөрмәтле Ҡыйғы районы халҡы!

Беҙ һеҙҙе был күләмле баҫманы әҙерләүҙә ярҙам күрһәтергә саҡырабыҙ! Төрлө йылдарҙа район үҫешенә тос өлөш индергән ауылдаштарығыҙ тураһында яҙып ебәрегеҙ, фотоһүрәттәре булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Сөнки райондың тарихы унда йәшәгән һәм эшләгән кешеләрҙең яҙмыштарынан тора.

Шулай уҡ юҡҡа сыҡҡан коллектив хужалыҡтар, ауыл Советтары (мәҫәлән, ҡасандыр районда Ҡөлмәт ауыл Советы булған), учреждениелар һәм ойошмалар, ваҡиғалар тураһында белешмәләр бирергә мөмкин.

Һәр ҡайһыбыҙҙың был ҙур эштә әүҙем ҡатнашыуы лайыҡлы ҡыйғыларҙың исемдәрен мәңгеләштерергә ярҙам итер.

Тәҡдимдәр һәм материалдар ошо йыл аҙағынаса ҡабул ителә. Эштең кураторы булып С. Ғәниева тора. Уның телефоны: 3-71-75.


– Үкенескә ҡаршы, күпселек предприятие-ойошмалар етәкселәре был эшкә формаль ҡараны. Улар энциклопедия өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәтте ведомство отчеттары рәүешендә бирә, – тип өҫтәне Светлана Марат ҡыҙы. – Энциклопедияның үҙ концепцияһы һәм мәҡәләләр төҙөү формаһы була, шуға ла өҫтән-мөҫтән генә белешмәләр биреү урынлы түгел.

“Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте беҙгә “һүҙҙәр исемлеге” бирҙе, ауыл биләмәләре һәм учреждениелар етәкселәре улар буйынса эшләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта беҙ районыбыҙҙың үҙенсәлекле яҡтары тураһында өҫтәмә мәғлүмәт индерә алабыҙ. Эйе, күпселек колхоз-совхоздар, предприятиелар юҡҡа сыҡҡан. Киләһе быуындарға был учреждениелар, онотолған ауылдар тарихын, ҡыйғыларҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәтте ҡалдырырға кәрәк. Шуға ла орден-миҙалдарға, исемдәргә эйә кешеләргә, тыйнаҡлыҡтарын бер аҙ артҡа ташлап, таныҡлыҡтарын һәм белешмәләрен тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ һуғышта ҡатнашҡан яҡындарығыҙ тураһында ла онотмағыҙ.

Яуаплы кешеләрҙән тыш, был эшкә тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, хеҙмәт ветерандарын, ауыл старосталарын, йәмәғәт ойошмалары активистарын, элекке предприятие, колхоз-совхоздар етәкселәрен, барлыҡ вайымһыҙ булмаған кешеләрҙе ҡушылырға саҡырам.

Планлаштырылған мәғлүмәт күләме бик ҙур, ләкин, үкенескә ҡаршы, ваҡыт сикле, шуға ла бергәләп тотонғанда ғына беҙ был эште лайыҡлы тамамлай алырбыҙ.

З. Закирова яҙып алды.
Читайте нас: