Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 17:03

"ХАЛЫҠ ПОЛИЦЕЙҘАРЫ"

Полицияның участка вәкилдәрен “халыҡ полицейҙары” тип йөрөтәләр. Нәҡ улар тәүлек әйләнәһенә үҙҙәренә беркетелгән территорияла эшләй һәм унда йәшәүсе граждандарҙы яҡшы белә.

УЛАР ХАЛЫҠ МЕНӘН ТУРАНАН-ТУРА ЭШЛӘЙ

Полицияның участка вәкилдәрен “халыҡ полицейҙары” тип йөрөтәләр. Нәҡ улар тәүлек әйләнәһенә үҙҙәренә беркетелгән территорияла эшләй һәм унда йәшәүсе граждандарҙы яҡшы белә.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге участковыйҙар бүлексәһендә әлеге ваҡытта полиция майоры Денис Зөбәйеров, полиция өлкән лейтенанты Владислав Хисаметдинов, полиция капитандары Рида Уйылданова, Илнур Әхмәтйәнов, Рифат Мөлөкөв, полиция лейтенанты Фидаил Кәримов хеҙмәт итә. Бүлексәне полиция капитаны Илшат Нәбиуллин етәкләй.

“Участковыйҙарҙың хеҙмәт көнө тынғыһыҙ, унда ниндәй генә ваҡиғалар булмаҫҡа мөмкин! Көн һайын халыҡ менән эшләргә, үҙ участкаңды йөрөп сығырға, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарарға һәм хәл итергә кәрәк. Халыҡ, бигерәк тә бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү уларҙың төп бурысы булып ҡала. Полицияның участка вәкиле үҙенә тапшырылған участкала йәшәүселәрҙең барыһын да белергә тейеш: ҡайһыһы алдан хөкөмгә тарттырылған, ҡайһыһында ҡорал бар, ә кемеһе иҫәптә тора һ.б. Ғаилә янъялсылары, алкоголле эсемлектәр менән мауығыусылар, башҡа тәртип боҙоусылар менән профилактик эш уҙғарыуға айырым иғтибар бирелә. Халыҡтың ихтирам итеүе участковый эшенең төп баһаһы булып тора. Полиция эше тураһында ыңғай фекер уларҙың һәр ҡайһыһының һөҙөмтәле эшләүенән барлыҡҡа килә,” – ти Рәсәй эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге начальнигы Э. Сабиров.

С. Исмәғилева.

Автор фотоһы.
Читайте нас: