Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 12:49

РЕСПУБЛИКАНЫҢ ЙӘШТӘШЕ

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Николаевич Несмеянов 100 йәшлек юбилейын билдәләй.

“МИН ТЫУҒАН ИЛЕМӘ ХЕҘМӘТ ИТТЕМ”

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны И. Несмеянов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Ләүзә ауылы мәҙәниәт йортонда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Николаевич Несмеяновтың 100 йәшлек юбилейы хөрмәтенә тантаналы сара уҙғарылды.

Уның оло тормош юлы тураһында Ләүзә урта мәктәбе директоры урынбаҫары, тыуған яҡты өйрәнеүсе Л. Козлова һөйләне. “Хөрмәтле юбилярҙың тормошо, Тыуған илгә ҡарата һөйөүе, үҙ эшенә тоғролоғо бик күптәр өсөн әхлаҡи маяҡ, йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө булып тора,” – тип билдәләне Любовь Федоровна.

“Беҙҙең мәктәп музейына бик йыш тыуған яҡты өйрәнеүселәр, сығарылыш уҡыусылары килә. Тыуған яғыбыҙ тарихын яҡшы белеүсе булараҡ, Иван Николаевичҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул тормошҡа ҡыуанып йәшәй белә, һәр көндөң ыңғай яҡтарын таба,” – тине Л. Козлова, ветеранды тәбрикләп.

Иван Николаевичты оло юбилейы менән район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов ҡотланы. Ул Рәсәй Президенты В. Путиндың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Рәсәй оборона министры С. Шойгу, Башҡортостан хәрби комиссары, генерал-майор И. Харченко исеменән юбилярҙы Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары хәрби комиссары, подполковник Н. Скурихин тәбрикләне.

“Яугир һәм тырыш хеҙмәтсән! Һинең алда баш эйәбеҙ!” – тине, ауылдаштарының хеҙмәттәрен билдәләп үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны А. Веретенников.

Юбилярҙы шулай уҡ район һәм ауыл ветерандар советтары вәкилдәре, элекке коллегалары, урындағы мәктәп уҡыусылары, “Сударушка” фольклор ансамбле тәбрик итте.

И. Несмеянов һаман да күтәренке рухлы булып ҡала, тормош ауырлыҡтарына фәлсәфәүи ҡарай. Әле ул яңғыҙы ғына йәшәй. Бөтә ғүмере буйы шәфҡәт туташы булып эшләгән тормош иптәше Мария Васильевна донъя ҡуйған инде. Барлыҡ балалары, ейәндәре һәм бүләләре исеменән бөйөк юбилейы менән атаһын ҡотларға кесе ҡыҙы Любовь ҡайтҡайны. Ул һөнәре буйынса табип-терапевт, Силәбе ҡалаһында йәшәй. Өлкән ҡыҙы Надежда ла – медик, шул уҡ ҡалала төпләнгән.

И. Несмеянов ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе, баҫҡан килеш көр тауыш менән К. Симоновтың “Боҙ өҫтөндәге һуғыш” поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Уның бар ҡиәфәтендә рух ныҡлығы һәм Ватанды һаҡлаусының көслө ихтыяры һиҙелә ине.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Ғәйфуллин да һуғыш ветеранына һәм ил хеҙмәтсәненә изге теләктәрен еткерҙе.

Артабан тантана ветерандың өйөндә дауам итте, унда туғандары һәм яҡындары ихлас тәбрикләне.

Л. Саҙретдинова.


Автор фотолары.


И. Несмеянов Ләүзә ауылында донъяға килә. Колхоз йәштәре мәктәбендә ете класс белем ала. “Ҡыҙыл партизан” колхозында эшләй, ат менән ер һөрә һәм тырмата, мал аҙығы әҙерләй.

1939 йылдың 10 сентябрендә уны Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһына алалар. Алыҫ Көнсығышта Куйбышевка (хәҙер Белогорск) ҡалаһында хеҙмәт итә. Санинструкторҙар курсында уҡый, Свободный ҡалаһында уҡсылар дивизияһында практика үтә. Сахалинда хәрби хеҙмәттә була. 1945 йылда утрауҙарҙы япон милитаристарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Һуғыштан һуң “Әбдрәзәк” совхозында ауыл хужалығында эшләй.
Читайте нас: