“Әсәләр көнө” байрамы алдынан Абзай ауылында йәшәүсе Гөлсинә Әсҡәрова юғары наградаға – “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.
Гөлсинә Мөхәмәт ҡыҙы менән Фәнүр Фәрит улы бер ауылда тыуып үҫеп, бер мәктәпте тамамлаған. Бер-береһен оҡшатып, татыу ғаилә ҡорғандар. Был мәлдәрҙән һуң һиҙҙермәй генә байтаҡ йылдар үтеп тә киткән, оҙаҡламай улар үҙҙәренең фарфор туйҙарын, йәки тормош ҡороп йәшәй башлауҙарының 20 йыллығын билдәләйәсәк.
– Үҙем ишле ғаиләлә үҫһәм дә, күп балалы әсәй булырмын, тип уйламаған да инем. Йылдар артта ҡалған һайын, тормош иптәшем менән ни ҡәҙәр тормошта бәхетле булыуыбыҙға ҡарап ҡыуанам. Әлбиттә, ишле ғаиләлә мәшәҡәттәр ҙә етерлек, һәр бер балаға ваҡыт бүлергә: ололарын уҡырға оҙатырға, һөйләшеп, тыңлап, серләшеп алырға, кескәйҙәренә өй эштәрен ҡарашырға кәрәк. Етмәһә, йортта башҡа, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ, эш көтә. Ҡайһы саҡ ҡыйынға тура килгән мәлдәр ҙә була, әммә һәр ауырлыҡтың артында шатлыҡтар ҙа ята. Балалар өйҙә тәртип урынлаштырып ҡуйһа, уларҙың тәртипле һәм изгелекле булыуҙары хаҡында әйтһәләр, йәки, ғаиләләге иң кескәйең тыуған көнөңә ҡағыҙҙан самолет эшләп бүләк итһә, бар арыу-талыу юҡҡа сыға, быларҙың ниндәй ҙур ҡыуаныс икәнлеген тик әсәйҙәр генә белә, – тип һөйләй Гөлсинә Мөхәмәт ҡыҙы.
Әсҡәровтарҙың балалары тәртипле һәм үҙ аллы, улар ололарҙы хөрмәт итә белә, бер-береһе хаҡында ҡайғыртып, ата-әсәләренә ярҙам итеп үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Айһылыу Мәсәғүт педагогия колледжының 3-сө курсында уҡый, балалар баҡсаһында тәрбиәсе буласаҡ, Ләйсән – Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалының 2-се курсында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә, Фәдис менән Филүс Абзай урта мәктәбендә белем ала. Бар ғаилә әле дүрт кенә йәштә булған Фирдатты һөйөп туймай.
Әсҡәровтар әсәлек капиталына өй һатып алған. Һәр ғаилә үҙ йорто хаҡында хыяллана, ә улар хөкүмәт ярҙамы менән хыялдарын тормошҡа ашырған да инде. Фәнүр Фәрит улы ауылда даими эш булмауға ҡарамаҫтан, һәр саҡ үҙенә шөғөл табып, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итергә тырыша. Уларға йорт малдары, ҡош-ҡорт булыуы ла ныҡлы булышлыҡ итә. Татыу ғаилә бар эштәрҙе лә бергәләп, күмәкләп башҡара.
Күптәр күп балалы әсәй булыуы ауыр, сөнки ҙур ғаилә бөткөһөҙ мәшәҡәт һәм самаһыҙ сығымдар талап итә, тип уйлай. Әммә Гөлсинә Мөхәмәт ҡыҙы биш баланы табып, ҡарап үҫтереү – көс етмәҫлек бурыс түгел, ә ҙур ғаиләләге дуҫлыҡ һәм татыулыҡ килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә, тип иҫәпләй.