Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2019, 18:28

Урындағы инициативаларҙы – тормошҡа

Районда Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу өсөн проект һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылыштары үтә.

Районда Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу өсөн проект һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылыштары үтә.
2016 йылдан башлап ошо программа ярҙамында беҙҙең районда бик күп яҡшы эштәр башҡарылды. Программаны тормошҡа ашырыуҙың ыңғай һөҙөмтәләрен һәр ауыл биләмәһендә күрергә мөмкин.
Йомғаҡлау йыйылыштарында район һәм ауыл хакимиәттәре вәкилдәре, депутаттар, актив һәм халыҡ ҡатнаша.
Элекке йылдарҙа тормошҡа ашырылған проекттарҙың һөҙөмтәләрен күреп, халыҡ ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Төрлө варианттарҙы ҡарағандан һуң туғыҙлылар (Арыҫлан ауыл биләмәһе) үҙҙәре өсөн өҫтөнлөклө бурысты билдәләне – балалар майҙансығы һатып алып урынлаштырырға кәрәк.
Ләүзәләр был программа ярҙамында алдағы йылда ауыл биләмәһе өсөн трактор, ибрайҙар – янғын һүндереү цистернаһы, кандаковкалар мәҙәниәт учреждениеһы өсөн сәхнә костюмдары һатып алырға ниәтләй.
Дүшәмбикә ауыл биләмәһендә йәшәүселәр Дүшәмбикә ауылы зыяратын кәртәләү өсөн материалдар һатып алырға килеште.
Йонос ауылында (Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе) Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйырға хәл ителде.
Йыйылыштарҙа әүҙем граждандарҙан инициатива төркөмдәре төҙөлдө, уларға ойоштороу-аңлатыу эштәрен тормошҡа ашырырға кәрәк буласаҡ.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралыҡ начальнигы Г. Моратова әйтеүенсә, республика комиссияһында конкурс заявкаларын баһалағанда халыҡтың проблеманы билдәләүҙә әүҙем ҡатнашыуы, урындағы сығанаҡтарҙан: халыҡтан, урындағы бюджеттан һәм спонсорҙарҙан финанс ярҙам кимәле иғтибарға алына.


З. Ғималетдинова.
Читайте нас: