3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө
Тормоштоң матурлығына ҡыуанып йәшәй, башҡаларға ярҙам күрһәтеүҙән шатлыҡ таба белеүең нисә йәштә, ниндәй физик торошта булыуыңа бәйле түгел. Ләүзә ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүсе “Сударушка” фольклор ансамбле ағзаһы Валентина Сәйфуллинаға был сифаттары өҫтәмә рухи көс, ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн ышаныс бирә.
Валентина Михайловна Ҡаҙағстан республикаһында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, агрохимик булыу ниәте менән ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. “Миңә 19 йәш тулғас, Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында йәшәүсе апайыма ҡунаҡҡа килдем һәм шунда йәшәргә ҡалдым. “Магнезит” заводындағы онтау фабрикаһына урынлаштым. Ҡыйғы районы Теплый Ключ ауылынан килгән ҡыҙ менән ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек. Уның эргәһенә ағаһы Мәғәмүр Миңлебай улы йыш килеп йөрөй торғайны, бер-беребеҙҙе оҡшатып, өйләнештек,” – тип хәтерләй ул.
Йәштәр тәүҙә Мәғәмүрҙең ата-әсәһе эргәһендә йәшәйҙәр, һуңыраҡ Ләүзә ауылына күсәләр. Валентина Михайловна Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә, артабан ауыл Советында секретарь булып эшләй.
Ғаилә башлығы “Әбдрәзәк” совхозында механизатор һәм водитель була.
Сәйфуллиндар дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ете ейәндәре һәм ике бүләләре бар. “Яҡындарымдың һәм туғандарымдың һөйөүе һәм эскерһеҙ ярҙамы миңә ауыр хәлдәрҙе йырып сығырға, бирешмәҫкә ярҙам итте,” – ти ветеран.
Валентина Михайловна художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. “Сударушка” фольклор ансамблен төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән, төрлө сараларҙа, район һәм республика фестиваль-конкурстарында сығыш яһай.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт. Тормош шатлыҡтары көслө булырға ярҙам итә,” – ти Сәйфуллиндар. Йорт хужабикәһе ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай: әле коляскаһында кухняға тәмле аш-һыу бешерергә йүнәлә, әле өйҙә тәртип булдырырға тотона. Ҡара яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсала мәж килергә ярата, сәскәләр үҫтерә, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләй, йәшелсә тоҙлай. Йәнә лә ул китап уҡырға, сканвордтар сисергә әүәҫ. Әүҙем йәмәғәтсенең маҡтау ҡағыҙҙарын, рәхмәт хаттарын һанап бөтөрлөк түгел.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Сәфуллиндарға район хакимиәте башлығы исеменән “Ғаилә мөнәсәбәттәре ныҡлығы һәм балаларға лайыҡлы тәрбиә биргән өсөн” Рәхмәт хаты тапшырылған.
“Иң мөһиме – күңелдең һәр саҡ теремек булыуы,” – тип иҫәпләй улар.