Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2019, 13:25

БСТ – ОТР телеканалында

29 ноябрҙән башлап Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (БСТ) тапшырыуҙарын федераль мультиплекстың 9-сы төймәһендә, ОТР телеканалында ҡарарға була.

29 ноябрҙән башлап Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (БСТ) тапшырыуҙарын федераль мультиплекстың 9-сы төймәһендә, ОТР телеканалында ҡарарға була. Башҡортостан телевидениеһының рус телендәге алтын фондын Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән тиҫтәләрсә мең тамашасылар ҡарай аласаҡ.
Башҡортостан тормошон көнөнә ике тапҡыр: иртәнге 6–9 һәм киске 17–19 сәғәттәрҙә ҡарарға мөмкин.
БСТ-ның ОТР эфирындағы тапшырыуҙары мәғлүмәт проекттарынан ғына тормаясаҡ. Тамашасылар башҡа ҡыҙыҡлы контент, шулай уҡ “Тамыр” балалар телеканалы тапшырыуҙарын ҡарай аласаҡ. “Орнамент”, “Республика Лайф”, “Сиркәүгә юл”, “Әл-Фатиха”, “Эштең асылы ғына”, “Фән 102”, “Ҡыҙыл төймә”, “Киске телецентр”, “Яңылыҡтар тауы”, “Сикләүҙәр юҡ”, “Барыһынан да бейегерәк”, “Көҙгө”, “Тайм-аут”, “Ысын футбол”, “Тарихи мөхит” – былар ОТР эфирында күрһәтеләсәк республика телепроекттарының тулы исемлеге түгел әле.
Читайте нас: