Урамдарҙағы йорттар һәм ихталар ни тиклем матур һәм ҡараулы булмаһын, юлдар соҡор-саҡырлы, күләүекле икән, урамдың йәме булмаясаҡ. Быйыл Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте юлдарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнеүҙе дауам итте.
Республика һәм район бюджеттарынан берлектә финанслау шарттарында бүленгән аҡса иҫәбенә бик күп эштәр башҡарылған.
Ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары Ш. Сәғәҙиев һөйләүенсә, быйыл Үрге Ҡыйғы ауылының Крупская, Ленин, Шаһимәрҙәнов, Завод, Изге, Тыныслыҡ, Фәйрүзов урамдарында соҡорҙар ямалған. Рослов, М. Ғафури, Йылға, Тимерлек, И. Ғәйнетдинов, Әй, Батыр, Шаһимәрҙәнов, Рәсәй, Болон, Урал урамдарында юлға ваҡ таш түшәлгән. Күпер, Айса урамдарында ағымдағы ремонт башҡарылған. Сәскә урамында иһә 1200 метр оҙонлоҡта асфальт һалынған.
Ауылдың яңы урамдарының күбеһендә әлегә тиклем грунт юлдары ғына ине. Быйыл З. Ахунова, Р. Шәфи, Уңыш, Тау, Ҡырым, Минһажев урамдары төҙөкләндерелгән.
Урам юлдарын ремонтлау бөгөн дә дауам итә. Беҙ барғанда, И. Ғәйнетдинов урамында яңы ҡырсынташ һалынған юл тигеҙләнә ине (һүрәттә).
– Йыл һуңында юлдарҙы ремонтлауға өҫтәмә рәүештә 18 миллион һум бүленде, – ти Шамил Рәүеф улы. – Яңы йылға тиклем Минһажев, Быуа, Н. Ғәлина, Р. Мәхмүтов, Ф. Ҡудашева, З. Нурыев урамдарында эштәр тамамланасаҡ. Туҡай, Тау (1-се йорттан 20-се йортҡаса), Урман, Ҡарамалы урамдарында ҡырсынташ түшәләсәк.
Эштәрҙең подрядсылары булып “Башкиравтодор” АЙ-һы, “Агродорстрой”, “Инфодорстрой” ЯСЙ-лары тора.
Ауылдар эсендәге, шулай уҡ улар араһындағы юлдар урындағы халыҡ өсөн ҙур роль уйнай. Беҙҙең районда уларҙың торошо аҡрынлап яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Юлдарҙы тергеҙеү эштәре яңы йылда ла дауам итер, тип ышанайыҡ.