Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2019, 13:30

ДӘҺШӘТЛЕ ЯҢЫ ЙЫЛ

11 декабрь – Чечнялағы ҡораллы низағта һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға тарихсы, БР-ҙың хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау комитеты ағзаһы Рәмил Асҡаровтың материалын тәҡдим итәбеҙ.

11 декабрь – Чечнялағы ҡораллы низағта һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға тарихсы, БР-ҙың хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау комитеты ағзаһы Рәмил Асҡаровтың материалын тәҡдим итәбеҙ.
ДӘҺШӘТЛЕ ЯҢЫ ЙЫЛ
25 йыл элек беренсе чечен һуғышы башланды. 1994 йылдың декабрендә рәсәйлеләр күңелле Яңы йыл мәшәҡәттәре менән мәшғүл ине. Ләкин чечен еренә Яңы йыл атыш тауыштары менән килде, ә тотош ил халҡы тәрән көсөргәнеш аҫтында ҡалды. Күп кенә яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән 81-се гвардия мотоуҡсылар полкы тәүгеләрҙән булып ҡанлы ваҡиғалар уртаһында ҡала.
Беҙҙең райондашыбыҙ, прапорщик Зилә Ахунова 1994 йылдың 16 декабрендә үк Грозный эргәһендә була. Һуңынан ул был көндәр тураһында иҫкә алырға яратмай. Бер тапҡыр ғына: “Яңы йыл башланыуға 15 минут ҡала ғына атыш туҡтаны. Көрөшкәләргә шампан шарабын ҡойҙолар. Ләкин уны ауыҙ итергә лә өлгөрмәнек, “Яралыларҙы ҡабул итегеҙ!” командаһы яңғыраны. Мин тәүге машинаға йүгереп барҙым һәм унда бер генә тере кешене лә тапманым. Унда 18–19 йәшлек егеттәрҙең ҡанға батҡан кәүҙәләре, аяҡ-ҡулдары ята ине,” – тип һөйләй.
1994 йылдың декабренән 1995 йылдың мартынаса Чечняла Башҡортостандан Альфир Айытов, Ринат Камалетдинов, Андрей Кочетков, Евгений Куклев, Руслан Мөхәмәтғәлин, Владимир Пешкин, Александр Поздняк, Рафиҡ Сәйфетдинов, Эдуард Сәхипов, Дмитрий Теплов, Дмитрий Шестаковтар һәләк була.
Ғәйепһеҙ юғалған улын эҙләп, Чечняның ҡалалары һәм территорияһы буйлап йөҙәрләгән саҡрым юл үткән ҡаһарман йөрәкле Людмила Константиновна Теплова бөгөн арабыҙҙа юҡ инде. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социаль яҡлау буйынса республика комитеты рәйесе Владимир Симарчук ошолай тип иҫкә ала: “Людмила Теплова эҙләнеүҙәрен “Улым иҫән” тигән ышаныс менән башланы. Өҫтәүенә, гәзиттә Дудаевтың ялан командиры менән интервью баҫылғайны. Унда ул “Беҙҙә тотҡонда хәрбиҙәр күп,” – тип иҫбатлай, береһенең документын да күрһәтә. Был документ Дима Тепловтың хәрби билеты була. Ошо ваҡыттан алып Диманың әсәһе бер нисә йыл Чечнянан ҡайтманы. 1997 йылдың яҙында беҙ боевиктарҙың береһе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, ул барыһын да белешергә вәғәҙә бирҙе. Иртән килеп, тупһанан уҡ: “Әсә, беҙҙең йыуатыу һүҙҙәрен ҡабул ит. Дима Теплов беҙҙә булған, тауҙарҙа башҡа хәрбиҙәр менән бергә һарыҡ көткән. Улар усаҡ яғып, аш бешерергә була, ләкин “федералдар” килеп етә һәм бомба ташлай, егеттәрҙән бер нимә лә ҡалмай,” – тип хәбәр һалды. Был һүҙҙҙәрҙән һуң Л. Теплова истерикаға бирелер, тип уйлағайным. Ләкин ул был мәғлүмәтте нисектер ситләшкәнлек менән ҡабул итте. Минең иһә бындайҙы күп тапҡырҙар ишеткәнем бар ине һәм бөтөнләй ышанманым, тиһәң дә була. Сөнки дудаевсыларҙың әсә ҡайғыһындағы спекуляцияһы ул саҡта ғәҙәти хәл ине”. Өс йыллап ваҡыт үткәс, Л. Теплова улының янып бөткән һөйәктәрен Дондағы Ростов ҡалаһынан 124-се суд лабораторияһынан барып ала. Дима Теплов 1995 йылдың 1 ғинуарында һәләк була. Ул Иглино ауылында ерләнгән.
1995 йылдың февралендә Сафина Вәкилова (Түбәнге Ҡыйғы ауылы) һәм Вазифа Мусина (Абзай ауылы, бөгөн мәрхүмә) Яңауыл һәм Ейәнсура райондарынан башҡа ҡатындар менән бергә улдары хеҙмәт иткән Чечняға юллана. Улар Грозныйғаса барып етә, улдарын таба, ләкин ике сәғәттән генә аралашыу мөмкинлеге тейә. Әсәләр алып ҡайтырға теләүҙәрен белдерһә лә, егеттәр риза булмай, ҡырҡа баш тарта. Утлы Чечня юлдары буйлап үтеү, улдарын табып осрашыу һәм кире әйләнеп ҡайтыу – был әсәләрҙең ысын ҡаһарманлығы.
Ул йылдарҙа республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлау комитеты үҙ эшендә төп баҫымды Чечняға яһаны: “ҡыҙыл нөктәләргә” тиҫтәләгән сәфәр ойошторолдо, тонналап гуманитар йөк оҙатылды. Шул уҡ ваҡытта һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, яралыларҙың, тотҡондағыларҙың яҡындары һәм туғандары күҙ уңынан ысҡындырылманы. Ул саҡта комитетҡа йөрәгеңде услап һәм тәрәнерәк һулыш алып инергә тура килде. Бышҡаса түҙеү мөмкин түгел ине. Бында теләһә ҡайһы минутта бомбалар ярылыуы һәм пулялар һыҙғырыуы шаңдауҙарын ишетергә мөмкин ине. Кешеләрҙе балаларының “чечен яҙмышы” берләштерҙе. Иртәнән башлап бында тотош Башҡортостандан әсәләр һәм атайҙар килде. Бигерәк тә әсәләрҙең күҙ йәштәрен күреү ауыр булды.
Чечен һуғышы яңы башланған ғына була. Стәрлебаш районында йәшәүсе Рәҡиә Фәрхәт ҡыҙы Сатучина улынан хат алмай башлай. Улы Рушан Чечняға ебәрелгән булып сыға. Рәҡиә унда юл тота, госпиталдә, хәрби подразделениеларҙа була. Һәр ерҙә улының фотоһүрәтен күрһәтә. Һәм мөғжизә – бер нисә һалдат Грозныйҙың тимер юл вокзалында торған танкыға күрһәткәс, уның йөрәге шатлыҡ менән тула. Улы менән осрашып, ҡосаҡлашалар, һөйләшеп туймайҙар. Күңеле бәхеткә тулған әсә һалдаттар өсөн аш бешерә, беҙҙең республика егеттәренең 55 өй адресын яҙып ала, ата-әсәләренә улдары һау-сәләмәт булыуы тураһында хәбәр итергә теләй. Был 1995 йылдың 1 февралендә була. Өфөгә ҡайтҡас, кисекмәҫтән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлау комитетына юллана. Улы һәм республиканың башҡа егеттәре менән шатлыҡлы осрашыу тураһында һөйләп биргәс, өҫтәлгә яңы ғына һәләк булғандар исемлеген сығарып һалалар. Унда иң беренсе булып Рушан Сатучин тора.
Һуғыштың үҙ сценарийы – аяуһыҙ, компромисһыҙ. Чечен һуғышында Башҡортостандан меңәрләгән егет ҡатнаша, 300-ҙән ашыуы һәләк була. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар. Тотҡондан 27 яҡташыбыҙ ҡайтарылды. Шул уҡ ваҡытта комитет Дудаевтың ялан командирҙарына туранан-тура сыҡты. Бында Владимир Симарчуктың һәм Алла Пирогованың тырышлығы ҙур.
Ҡыйғы районынан чечен һуғышын 200-ҙән ашыу кеше үтте. Үкенескә ҡаршы, Илгиз Ғәйнетдинов (Үрге Ҡыйғы ауылы) менән Дмитрий Силкоға (Ләүзә ауылы) иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙманы. Тотҡондан Владимир Окружнов азат ителде.
Һәләк булғандар иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Йәш кенә егеттәребеҙҙең чечен һуғышындағы героизмы һәм фажиғәһе тураһында һәр быуын йәштәргә һөйләргә кәрәк.
Рәмил Асҡаров,
БР-ҙың хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау комитеты ағзаһы (1991 йылдан).
Һүрәттә һулдан уңға: Р. Асҡаров, В. Заһиров, В. Симарчук, министр А. Иванюта, Илгиз Ғәйнетдиновтың әсәһе Зөлфирә һәм туғандары Ҡайғылы әсә скверында И. Ғәйнетдинов, Д. Силко һәм З. Ахунованың исемдәре яҙылған плита эргәһендә. Өфө, 2017 йылдың 25 ноябре.
Читайте нас: