Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2019, 14:05

УЛЫН ҺУҒЫШ УТЫ ЭСЕНӘ ЭҘЛӘП БАРҒАН ӘСӘНЕҢ ХӘТИРӘЛӘРЕ

"...Вазифаға ҡыйыныраҡҡа тура килде – улын тереләр араһында ла, үлеләр араһында ла эҙләне. Мәйет өйөмдәре һәм ҡанға батҡан яралылар араһында ғәзиз кешеңде эҙләүҙең ни тиклем ауыр булыуын ул үҙе генә белгәндер".

Сәфинә Вәкилова (Түбәнге Ҡыйғы ауылы), 1994–1996 йылдарҙа Чечняла конституцион тәртипте тергеҙеү буйынса операцияларҙа ҡатнашҡан Р. Вәкиловтың әсәһе:
  • Хәрбиҙәрҙе социаль яҡлау комитеты һәм “Тыныслыҡ һәм татыулыҡ өсөн аҡ яулыҡ” дөйөм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте Чечняға һалдаттарҙың әсәләре өсөн сәфәр ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәс, беҙ Вазифа Мусина (Абзай ауылы) менән ашығыс рәүештә юлға әҙерләнә башланыҡ. Алдан күстәнәстәр, улдарыбыҙҙы алып ҡайтыр өсөн кейем-һалым әҙерләнек. Өфөнән поезда Төньяҡ Кавказдағы Минеральные Воды ҡалаһына килеп еттек. Унда беҙҙе ике көн ебәрмәй торҙолар. Беҙҙе урындағы халыҡ ҡабул итте, ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәттеләр һәм хатта йәшәгән һәм туҡланыу өсөн аҡса алыуҙан баш тарттылар. Артабан беҙ В. Мусина менән автобуста Грозный ҡалаһына юлландыҡ. Ҡала емерек хәлдә, шомло һәм хәүефле шарттарҙа ине. Һәр ерҙә пост ҡуйылған, көндөҙ ҙә, төндә лә бомбалар ярылыуы, атыш тауыштары ишетелә. Мин улымдың Грозный йәнәшендәге Ханкала ҡасабаһында хеҙмәт итеүен белә инем. Вазифаға ҡыйыныраҡҡа тура килде, ул улын тереләр араһында ла, үлеләр араһында ла эҙләне. Мәйет өйөмдәре һәм ҡанға батҡан яралылар араһында ғәзиз кешеңде эҙләүҙең ни тиклем ауыр булыуын ул үҙе генә белгәндер. Ә минең улымды икенсе көн иртә менән БТР-ҙа килтереп еткерҙеләр, осрашып аралашыу өсөн ни бары ике сәғәт ваҡыт бирелде. Ләкин мин хатта ошондай ҡыҫҡа ғына осрашыуға ла сикһеҙ шат инем, улымдың иҫән һәм һау-сәләмәт булыуына инандым. В. Мусина ла оҙаҡ эҙләгәндән һуң улын табыуға өлгәште. Икенсе көн иртә менән беҙҙе вертолетта Моздок ҡалаһына алып сыҡтылар. Үҙебеҙ менән Башҡортостан егеттәренән ата-әсәләренә яҙған 30-лап хатты алып ҡайттыҡ. Ҡайһы бер ата-әсәләр улдары тураһында белешер өсөн минең эргәмә килеп тә китте. Улым Раил хеҙмәттән һуң өйгә әйләнеп ҡайтты. Бер ротала хеҙмәт иткән күп кенә дуҫтары һәләк булып ҡалды. Улым армиянан һуң Эске эштәр министрлығы сафында хеҙмәт итте, хәҙер пенсияла. Өйләнеп, ике бала үҫтерә.
Ул саҡта улдарыбыҙ менән күрешеү мөмкинлеген биргәндәре өсөн, беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау комитетына, Дөйөм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә, комитет ағзаһы Р. Асҡаровҡа тәрән рәхмәтлебеҙ.
ҺҮРӘТТӘ: Өфө ҡалаһындағы "Ҡайғылы әсә"мемориалы. Черниковка районы Еңеү паркында локаль ҡораллы низағтарҙа һәләк булған Башҡортостан яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған.
Читайте нас: